Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Ефестарға 1:12 - Изге Яҙма

12 Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың шөһрәте маҡталһын өсөн эшләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

12 Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың бөйөклөгө маҡталһын өсөн эшләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Быны Ул беҙҙең, Мәсихкә өмөт бағлаусыларҙың тәүгеләре аша Алланың шөһрәте маҡталһын өсөн эшләне.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Ефестарға 1:12
21 Iomraidhean Croise  

Үбегеҙ Уның улын, юҡһа Ул асыуланыр; Тотҡан юлығыҙҙа һәләк булырһығыҙ, Сөнки ярһыуы тиҙ ялҡынланыр. Уға һыйынғандар һәммәһе бәхетле!


Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“


Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!


Уның дәүерендә Йәһүҙә ҡотҡарылыр, Исраил имен-аман ғүмер итер. Уны: „Раббы – беҙҙең тоғро ҡотҡарыусыбыҙ!“ – тип атарҙар».


– Борсолмағыҙ! Аллаға ышанаһығыҙ икән, Миңә лә ышанығыҙ!


Ул быны Үҙенең ғәзиз Улында беҙгә бүләк итеп биргән бөйөк мәрхәмәте маҡталһын өсөн эшләне.


Быны беҙгә ҡарата булған изгелеген һәм Үҙ мәрхәмәтенең сикһеҙ муллығын киләсәк быуаттарҙа Ғайса Мәсихтә күрһәтеү өсөн эшләне.


имандаштар берҙәмлегендә лә, Ғайса Мәсихтә лә Уға быуындан-быуынға, мәңгенән-мәңгегә дан булһын! Амин.


Беҙ иһә һеҙҙең өсөн, Раббының ҡәҙерлеһе булған имандаштар, һәр ваҡыт Аллаға рәхмәттәр әйтергә тейешбеҙ, сөнки Рухтың һеҙҙе изге итеүе һәм хәҡиҡәткә ышаныуығыҙ аша ҡотҡарыу өсөн Алла һеҙҙе тәүҙән һайланы.


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Ул беҙҙе, Үҙе бар иткәндәр араһында тәүге яңы емештәр булһын тип, Үҙ ихтыяры менән хәҡиҡәт һүҙе аша тыуҙырҙы.


Мәсихте үленән терелткән һәм Уға шөһрәт биргән Аллаға һеҙ Мәсих аша иман тотаһығыҙ ҙа инде. Шулай итеп, һеҙҙең иманығыҙ һәм өмөтөгөҙ – Аллала.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan