Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 9:9 - Изге Яҙма

9 Бөйөк Хаким, Аллабыҙ, беҙ Һиңә ҡаршы баш күтәргән булһаҡ та, Һин рәхимле һәм беҙҙең гонаһтарҙы ғәфү итергә әҙер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

9 Хаким Аллабыҙ, беҙ Уға ҡаршы баш күтәргән булһаҡ та, Ул гонаһтарҙы ғәфү итеүсе һәм рәхимле.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Бөйөк Хаким, Аллабыҙ, беҙ Һиңә ҡаршы баш күтәргән булһаҡ та, Һин рәхимле һәм беҙҙең гонаһтарҙы ғәфү итергә әҙер.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 9:9
28 Iomraidhean Croise  

Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтарҙы: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.


Ошо урынға ҡарап доға ҡылған мин ҡолоңдоң һәм халҡың Исраилдың ялбарыуҙарын ишет. Күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан тороп ишет һәм ярлыҡа!


Әммә Үҙеңдең сикһеҙ шәфҡәтең арҡаһында Һин уларҙы ахырынаса ҡырып бөтөрмәнең, ташламаның, сөнки Һин мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһың.


Батша иһә Аллала ҡыуаныс табыр, Алла менән ант иткәндәр Уны данға күмер, Ялғансыларҙың өнө тығылыр.


Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».


Яман әҙәм ҡыуған юлын, Залим яуыз уйын ташлаһын; Раббыға әйләнеп ҡайтһын – Ул мәрхәмәтен күрһәтер; Беҙҙең Аллабыҙға килһен – Ул ярлыҡауға бик йомарт.


Раббының тоғро һөйөүе хаҡында һөйләрмен, Маҡтауға лайыҡ ғәмәлдәре, Ул беҙгә эшләгән барыһы өсөн Уны данлармын; Үҙенең рәхим-шәфҡәте, бөйөк мөхәббәте менән Исраил халҡына күрһәткән ҙур изгелеген маҡтармын!


Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.


Ә беҙ гонаһҡа баттыҡ, яҙыҡ юлға баҫтыҡ, яуыз ғәмәлдәр һәм бола ҡылдыҡ, бойороҡтарыңды һәм ҡанундарыңды кире ҡаҡтыҡ.


Һинең исемеңдән беҙҙең батшаларға һәм хакимдарға, беҙҙең ата-бабаларыбыҙға, илебеҙҙең барлыҡ халҡына мөрәжәғәт иткән ҡолдарың пәйғәмбәрҙәрҙе тыңламаныҡ.


Һин хаҡлыһың, бөйөк Хакимым минең, ә беҙ – Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр – оятҡа ҡалдыҡ.


Эй Раббы! Беҙ, беҙҙең батшалар ҙа, хакимдар ҙа, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ ҙа оятҡа ҡалдыҡ, сөнки Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Ул Раббыға былай тип доға ҡылды: – Эй Раббым! Мин үҙ илемдә саҡта уҡ, шулай булыр, тип әйтмәгәйнемме ни? Шул арҡала мин Таршишҡа ҡасҡайным. Мин Һинең мәрхәмәтле һәм рәхимле, сикһеҙ түҙемле һәм оло мөхәббәтле Алла булыуыңды, язалауҙан шатланып баш тартыуыңды белә инем бит.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan