Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 9:4 - Изге Яҙма

4 Мин, Аллам Раббыға доға ҡылып һәм гонаһтарыбыҙҙы танып, былай тинем: – Бөйөк Хакимым минең, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла! Һин Үҙеңде һөйгән һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәгән кешеләргә ҡарата килешеүеңде тоғро һаҡлайһың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Мин Раббы Аллама, доға ҡылып һәм гонаһтарыбыҙҙы танып былай тинем: – Хакимым минең, бөйөк һәм дәһшәтле Алла! Һин Үҙеңде һөйгән һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәгән кешеләргә ҡарата килешеүеңде тоғро һаҡлайһың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Мин, Аллам Раббыға доға ҡылып һәм гонаһтарыбыҙҙы танып, былай тинем: – Бөйөк Хакимым минең, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла! Һин Үҙеңде һөйгән һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәгән кешеләргә ҡарата килешеүеңде тоғро һаҡлайһың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 9:4
30 Iomraidhean Croise  

– Эй Исраил Аллаһы Раббы! Юғарыла – күктә лә, түбәндә – ерҙә лә Һиңә тиң булырлыҡ башҡа бер алла ла юҡ, – тине. – Һиңә бөтөн булмышы менән бирелеп, хаҡ юлыңдан йөрөгән ҡолдарыңа мәрхәмәтлеһең, улар менән төҙөгән килешеүгә тоғроһоң.


Минең исемем менән аталған халҡым, ғәйебен танып, буйһонһа, яман юлдарын ташлап, Миңә ынтылһа, Мин асмандан уларҙы ишетермен дә гонаһтарын ярлыҡармын, илдәрен сәләмәтләндерермен.


Ғөзәйер, Алла йорто алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып, илай-илай гонаһтарҙы таныған, ярлыҡау һораған сағында, уның янына Исраилдың бик күп халҡы – ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йыйылып китте. Улар ҙа әрнеп-әрнеп илай ине.


– Эй Раббым, Күк Аллаһы, Үҙеңде яратҡан һәм бойороҡтарыңды тотҡан кешеләргә рәхимеңде һалыусы һәм килешеү шарттарын һаҡлаусы бөйөк вә дәһшәтле Алла! – тинем мин. –


Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине.


Ул хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ярата, Ер Раббының тоғро мөхәббәте менән тулы.


Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен.


Тик һин ғәйебеңде таны: Аллаң Раббыға ҡаршы баш күтәрҙең, Һәр бер суҡ ботаҡлы ағас аҫтында Наҙҙарыңды ят илаһтарға өләштең, Әйткәндәремә ҡолаҡ һалманың, – тип белдерә Раббы. –


Килеп, ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.


Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.


Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.


Шулай Алла ата-бабаларыбыҙға шәфҡәт күрһәтә, Үҙе төҙөгән изге килешеүҙе –


Алланы яратыусыларға, Уның ниәте буйынса саҡырып алынғандарға – бөтә нәмә яҡшыға ғына.


Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен.


Әгәр был ҡанундарға ҡолаҡ һалып, теүәл үтәһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы ата-бабаларығыҙға ант иткәнсә, төҙөгән килешеүгә тоғро ҡалыр һәм һәр ваҡыт һеҙгә мөхәббәтен һаҡлар.


Уларҙан һис ҡурҡмағыҙ, сөнки арағыҙҙа булған Аллағыҙ Раббы – бөйөк һәм дәһшәтле Алла.


Шулай итеп, Аллаң Раббының берҙән-бер Алла икәнен бел. Ул – тоғро Алла. Ул Үҙенең килешеүенә тоғро ҡалып, Үҙен яратҡандарға, Уның бойороҡтарын теүәл үтәгәндәргә меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтен күрһәтә.


Һынауҙарға аҙағынаса түҙгән кеше бәхетле, сөнки ул, һыналғандан һуң, Алла Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткән тормош тажын аласаҡ.


Тыңлағыҙ әле, ҡәҙерле имандаштарым: Алла, Үҙен яратҡандарға вәғәҙә иткәнсә, улар имандары менән бай булһындар һәм батшалыҡҡа эйә булһындар өсөн, донъя күҙендә ярлы булып күренгәндәрҙе һайлап алманымы ни?


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan