Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 9:2 - Изге Яҙма

2 Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

2 Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

2 Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 9:2
32 Iomraidhean Croise  

Ә тупраҡ шәмбе ялына рәхәтләнә. Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр иғлан иткән һүҙҙәре буйынса, етмеш йыл үткәнгә тиклем ул үҙенең буш ятҡан дәүерендә шәмбене һаҡлай.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Үҙенең Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уятты. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирҙе:


Изге ҡалаларың сүлгә әйләнде, Сион – сүллек, Йәрүсәлим бушап ҡалды.


Бинйәмин ерендәге Ғанаҫоҫ ҡалаһы ҡаһиндарынан булған Хилҡияһ улы Йермеяһтың әйткәндәре был.


Йәрүсәлим һәм Йәһүҙә ҡалалары әлеге кеүек емереклек һәм дәһшәт билдәһенә әйләнһен, илдең батшалары һәм түрәләре мәсхәрәгә ҡалһын, ләғнәтләнһен өсөн эсерҙем мин ул шарапты.


– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ заманында Морешеҫтан Миха пәйғәмбәрлек итә торғайны. Ул Йәһүҙә халҡына: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ“», – тип һөйләгәйне.


Шило ҡалаһына нимә эшләһәм, был йортҡа ла шуны ҡылырмын, был ҡаланы ерҙәге барса ҡәүемдәрҙең ләғнәтенә дусар итермен“».


Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.


Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шатлыҡ ауаздарына, күңел асыуҙарға, кейәү менән кәләштең тауыштарына сик ҡуясаҡмын. Был ил бушлыҡҡа әйләнәсәк.


Хисапһыҙ күп халҡы булған ҡала Япа-яңғыҙ ташлап ҡалдырылған! Ҡәүемдәр араһында бөйөк һаналған Инде тол ҡатынға оҡшаш. Өлкәләр араһында батшабикә булған Был ҡала ҡоллоҡҡа төшкән.


Ул ергә кеше аяҡ баҫмаҫ, мал-тыуар йөрөмәҫ. Ҡырҡ йыл буйы унда һис кем йәшәмәҫ.


Мин Аллаға, бөйөк Хакимыма, мөрәжәғәт иттем; Уға доға ҡылдым һәм ялбарҙым, ҡыл туҡыма уранып һәм башыма көл һипкән килеш ураҙа тоттом.


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Шунан Раббы фәрештәһе: «Эй Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, етмеш йыл буйы асыуланған Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙә ҡалаларына тағы ла ҡасанға тиклем мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкһең?» – тине.


– Бөтә ил халҡына һәм ҡаһиндарға әйт: «Етмеш йыл буйы бишенсе һәм етенсе айҙарҙа ураҙа тотҡанда һәм ҡайғырғанда һеҙ Минең өсөн ураҙа тоттоғоҙмо ни?


Ә инде Даниил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!),


Ә инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.


Хәбәши Филиппустан: – Әйт әле, бында пәйғәмбәр кем хаҡында – үҙе хаҡында һөйләйме, әллә бүтән берәү тураһындамы? – тип һораны.


Мин килгәнгә тиклем Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, нәсихәт бир, өйрәт.


Был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм тыңлаған, унда яҙылғандарҙы үтәгән кешеләр бәхетле, сөнки ул һүҙҙәрҙең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan