Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 8:8 - Изге Яҙма

8 Кәзә тәкәһе шул тиклем көсләнде, көс-ҡеүәте хаттин ашты – шул саҡ уның ҙур мөгөҙө һынды ла уның урынына ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡарап торған дүрт мөгөҙ үҫеп сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Кәзә тәкәһе шул тиклем көсләнде, көс-ҡеүәте хаттин ашты – шул саҡ уның ҙур мөгөҙө һынды ла уның урынына ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡарап торған дүрт мөгөҙ үҫеп сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Кәзә тәкәһе шул тиклем көсләнде, көс-ҡеүәте хаттин ашты – шул саҡ уның ҙур мөгөҙө һынды ла уның урынына ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡарап торған дүрт мөгөҙ үҫеп сыҡты.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 8:8
19 Iomraidhean Croise  

Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә.


Мордехай батша һарайында ҡеүәтле кешегә әйләнде, шөһрәте бөтә өлкәләргә таралды. Мордехайҙың абруйы торған һайын арта барҙы.


Ғелам өҫтөнә күктең дүрт тарафынан дүрт ел күндерәм, Халҡын ошо ел менән сәсеп ебәрәм. Һөргөн киткән ғеламдар бармаған бер генә ҡәүем дә ҡалмаҫ.


Ҡоштар менән тулы ситлек кеүек Уларҙың өйҙәре хәйлә менән тулы. Шул арҡала үрләнеләр, байынылар,


Һине ҡырҙағы үлән кеүек үҫтерҙем. Үҫеп буйға еттең, күркәмләндең, түштәрең йомроланды, толомдарың оҙонайҙы. Әммә һин яланғас, шәрә инең.


Шул саҡ йәнеңде ҡыйыусы ҡаршыһында „Мин – алла“ тип әйтерһеңме? Һине үлтергәндәрҙең ҡулында Һин – алла түгел, әҙәмһең.


Ләкин ул килеп идара итә башлағас, уның батшалығы тарҡалыр һәм ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡараған өлөштәргә бүленер, уның вариҫтарына эләкмәҫ һәм ул идара иткән замандағы ише көслө булмаҫ. Уның батшалығы тартып алыныр һәм ситтәргә бирелер.


– Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


Даниил былай тип бәйән итте: – Мин төшөмә ингән күренмештә дүрт күк еленең бөйөк диңгеҙҙе ҡоторондорғанын күрҙем.


Шунан мин тағы бер януар күрҙем – ул арҡаһында дүрт ҡош ҡанаты булған ҡапланға оҡшағайны. Өҫтәүенә ул дүрт башлы ине, уға хакимлыҡ хоҡуғы бирелгән ине.


Мөгөҙөнөң һыныуы һәм уның урынына башҡа дүрт мөгөҙ үҫеп сығыуы – ошо халыҡтан йәнә дүрт батшалыҡ барлыҡҡа киләсәгенә ишара, ләкин улар беренсе батшаныҡы һымаҡ көскә эйә булмаясаҡ.


Мин был турала уйланып торған арала, көнбайыштан тотош ер йөҙөн иңләп килгән бер кәзә тәкәһе күренде. Уның тояҡтары ергә теймәй, ике күҙе араһында бик ҙур мөгөҙө бар.


Мин уның һарыҡ тәкәһенә яҡынайғанын, ярһып уға ташланғанын һәм һөҙөп уның ике мөгөҙөн дә һындырғанын күрҙем. Һарыҡ тәкәһе уның алдында тороп сыҙай алманы: кәзә тәкәһе уны йығып тапай башланы – һарыҡ тәкәһен ҡотҡарырҙай һис кем юҡ ине.


Көслө борғо тауышы аҫтында Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләрен ебәрер. Улар ерҙең дүрт тарафынан һәм күктең бер сигенән алып икенсе сигенә тиклем Уның һайланғандарын йыйыр.


Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.


Сөнки уларҙы, ата-бабаларына ант менән вәғәҙә иткәнсә, һөт һәм бал ағып ятҡан яҡшы ергә алып килгәс, улар ашап-туйып һимерер ҙә, башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә башлар, Мине инҡар итеп, килешеүемде боҙор.


Шунан һуң мин ерҙең дүрт мөйөшөндә торған дүрт фәрештәне күрҙем. Улар, ергә лә, диңгеҙгә лә, бер генә ағасҡа ла иҫмәһен өсөн, ерҙең дүрт елен тотоп торалар ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan