Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 8:1 - Изге Яҙма

1 Белшассар батша идара иткәндең өсөнсө йылында миңә, Даниилға, теге беренсеһенә өҫтәп, тағы бер күренмеш керҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Белшассар батша идара иткәндең өсөнсө йылында миңә, Даниилға, теге беренсеһенә өҫтәп, тағы бер күренмеш керҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Белшассар батша идара иткәндең өсөнсө йылында миңә, Даниилға, теге беренсеһенә өҫтәп, тағы бер күренмеш керҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 8:1
11 Iomraidhean Croise  

Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.


Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә, быларҙың барыһына өҫтәп, һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.


Ул мәлгә мин, Даниил, өс аҙна инде ҙур ҡайғы кисерә инем.


Күренмеш мин, Даниилға ғына, иңде; ә минең янда булған кешеләр уны күрмәне. Әммә уларҙы бик ҡаты ҡурҡыу солғап алды, һәм улар ҡасып китеп йәшенеште.


Ләкин ул килеп идара итә башлағас, уның батшалығы тарҡалыр һәм ер йөҙөнөң дүрт яғына ҡараған өлөштәргә бүленер, уның вариҫтарына эләкмәҫ һәм ул идара иткән замандағы ише көслө булмаҫ. Уның батшалығы тартып алыныр һәм ситтәргә бирелер.


Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.


Мин, Даниил, хафаға ҡалдым – күргәндәрем мине ҡурҡытты.


Ошо урында хикәйәт тамам. Мине, Даниилды, ҡурҡыу солғап алды, йөҙөм ҡараңғыланып китте. Мин быларҙың бөтәһен дә күңелемә һалып ҡуйҙым.


Был күренмеште күргәс, мин, Даниил, уның мәғәнәһен төшөнмәк булып, башымды ҡатырып тора инем. Ҡапыл минең алдымда кеше ҡиәфәтендәге бер зат пәйҙә булды,


Мин Ғелам өлкәһендәге Шушан ҡәлғәһендә, Улай йылғаһы буйындамын, имеш.


Мин, Даниил, Дарий хакимлығының тәүге йылында Яҙмаларҙан шуны аңланым: Раббының Йермеяһ пәйғәмбәргә әйткән һүҙенә ҡарағанда, Йәрүсәлим етмеш йылға ташландыҡ хәлдә ҡалырға тейеш.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan