Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 7:20 - Изге Яҙма

20 Шулай уҡ башындағы ун мөгөҙө, йәнә өс мөгөҙө аҡтарылып төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан яңыһы менән ҡыҙыҡһындым; был яңы мөгөҙҙөң күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшеүсән ауыҙы булып, үҙе башҡаларына ҡарағанда ҙурыраҡ булып күренә ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Шулай уҡ януарҙың башындағы ун мөгөҙ, ҡалған өс мөгөҙ йолҡоноп төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан һәм күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшкән ауыҙы булған, башҡаларҙан ҙурыраҡ күренгән һуңғы мөгөҙ менән ҡыҙыҡһындым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

20 Шулай уҡ башындағы ун мөгөҙө, йәнә өс мөгөҙө аҡтарылып төшкәндән һуң үҫеп сыҡҡан яңыһы менән ҡыҙыҡһындым; был яңы мөгөҙҙөң күҙҙәре менән тәкәббер һөйләшеүсән ауыҙы булып, үҙе башҡаларына ҡарағанда ҙурыраҡ булып күренә ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 7:20
9 Iomraidhean Croise  

Мин, мөгөҙ ауыҙынан тәкәббер телмәрҙәр сыҡҡан мәлдән алып януар үлтерелгәнгә тиклем, уның кәүҙәһе юҡ ителеп, утҡа тотолғанға тиклем булған хәлдәрҙең барыһын да күрҙем.


Шунан мин дүртенсе януарҙың – бүтәндәренә оҡшамаған, сағыштырғыһыҙ ҡот осҡос, тимер тешле һәм баҡыр тырнаҡлы, бар нәмәне ялмап ашап, емереп, ҡалғанын аяҡтары менән тапап барған йән эйәһенең нимә аңлатҡанын белергә теләнем.


Мин был мөгөҙҙөң изгеләр менән һуғыш башлағанын һәм уларҙы Мәңгелек Зат килгәнгә тиклем еңеп барыуын күрҙем. Ул килгәс, Юғарыларҙан Юғарының изгеләре файҙаһына хөкөм сығарылды, батшалыҡты уларға биләп алырға ваҡыт етте.


Мин мөрәжәғәт иткән теге зат яуап итеп былай тине: «Дүртенсе януар шуны аңлата: ерҙә башҡа батшалыҡтарға оҡшамаған дүртенсе батшалыҡ барлыҡҡа килер һәм донъялағы бөтә нәмәне ялмап ашап, тапап һәм емереп барыр.


Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине.


Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan