Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 7:11 - Изге Яҙма

11 Мин, мөгөҙ ауыҙынан тәкәббер телмәрҙәр сыҡҡан мәлдән алып януар үлтерелгәнгә тиклем, уның кәүҙәһе юҡ ителеп, утҡа тотолғанға тиклем булған хәлдәрҙең барыһын да күрҙем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

11 Мин мөгөҙ ауыҙынан тәкәббер телмәрҙәр сыҡҡан мәлдән алып януар үлтерелгәнгә тиклем, уның кәүҙәһе юҡ ителеп, утҡа тотолғанға тиклем булған хәлдәрҙең барыһын да күрҙем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Мин, мөгөҙ ауыҙынан тәкәббер телмәрҙәр сыҡҡан мәлдән алып януар үлтерелгәнгә тиклем, уның кәүҙәһе юҡ ителеп, утҡа тотолғанға тиклем булған хәлдәрҙең барыһын да күрҙем.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 7:11
14 Iomraidhean Croise  

Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тау араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ.


Ҡалған януарҙарҙан да хакимлыҡ алынды, ләкин мөҙҙәт еткәнгә тиклем ғүмерҙәре һаҡланды.


Мин был мөгөҙҙәргә текләп торған арала, улар араһында бәләкәс кенә тағы бер мөгөҙ үҫеп сыҡты ла элекке мөгөҙҙәрҙең өсәүһе уға урын бирер өсөн төбө-тамыры менән йолҡоноп алынды. Әлеге мөгөҙҙөң, кешенеке кеүек, күҙҙәре, тәкәббер һөйләшкән ауыҙы бар ине.


Хәйләкәрлеге арҡаһында Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаныр, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.


Сөнки улар, яңғырауыҡлы буш һүҙҙәр һөйләп, аҙғын теләктәрендә уйнап, яңылышлыҡта йәшәүселәрҙән бына-бына арынып килгәндәрҙе үҙҙәренә ылыҡтыра.


Был әҙәмдәр, яҙмыштарына зарланып, туҡтауһыҙ һуҡрана, аҙғын теләктәре буйынса ғәмәл ҡылып, үҙҙәре тураһында яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй һәм үҙ файҙалары хаҡына бүтәндәргә ярамһаҡлана.


Шуның өсөн уға яза, үлем, илау, яланғаслыҡ бер көн эсендә киләсәк һәм ул утта яндырыласаҡ, сөнки уны хөкөм итеүсе Раббы Алла ҡөҙрәтле.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


Мин тәхет ҡаршыһында торған үлгәндәрҙе, бөйөк һәм ябай кешеләрҙе күрҙем. Китаптарҙы астылар. Тағы бер китап – тормош китабы – асылды. Китаптарҙа яҙылғанса, үлгәндәр үҙ эштәренә ҡарап хөкөм ителде.


Унан һуң мин тәхеттәр һәм унда ултырыусыларҙы күрҙем. Уларға хөкөм итергә хоҡуҡ бирелгәйне. Ғайса хаҡында шаһитлыҡ иткәндәре һәм Алла һүҙе өсөн баштары киҫелгән, януарға һәм уның һынына табынмаған, маңлайҙарына һәм ҡулдарына уның тамғаһын һалдырмаған кешеләрҙең йәндәрен күрҙем. Улар үленән терелеп торҙолар ҙа мең йыл буйы Мәсих менән бергә батшалыҡ иттеләр.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan