Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 7:1 - Изге Яҙма

1 Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

1 Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

1 Бабил батшаһы Белшассар идара иткәндең беренсе йылында Даниил төндә үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡанда төш күрҙе. Ул төшөн яҙып ҡуйҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 7:1
34 Iomraidhean Croise  

Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Шул төндө Алла күренмештә: – Яҡуп, Яҡуп, – тип өндәште. – Эйе, – тип яуап бирҙе Яҡуп.


Тынғыһыҙ төнгө һаташыуҙар ҡосағында булғанда, Кеше тәрән йоҡоға талған заманда,


Раббы миңә әйтте: – Инде бар, әйткәндәремде Таҡтаташҡа сүке, төргәк китапҡа яҙ. Улар киләсәк ваҡыттар өсөн Мәңгелеккә шаһитнамә булып ҡалһын.


Раббы миңә былай тине: – Яҙыр өсөн бер ҙур таҡта ал да унда кеше уҡырлыҡ итеп «Маһер-Шалал-Хаш-Баз» тип яҙ.


Әгәр пәйғәмбәр төш күргән икән, уны төшө итеп һөйләһен, ә кемгә һүҙемде ебәргәнмен икән, уны тоғро итеп еткерһен, – тип белдерә Раббы. – Кәбәк менән саф бойҙайҙың ниндәй уртаҡлығы бар?


Был илдең сәғәте һуҡҡанға тиклем бөтә ҡәүемдәр уға, уның улына һәм ейәненә хеҙмәт итер. Һуңынан уның үҙен дә, ерен дә башҡа ҙур ҡәүемдәр һәм бөйөк батшалар буйһондорор.


Йермеяһ икенсе төргәк алды ла уны Нерияһ улы Барух кәтипкә бирҙе. Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим утҡа яҡҡан тәүге төргәк китаптағы бөтә һүҙҙәрҙе Барух Йермеяһ ауыҙынан ҡабаттан яҙҙы. Унда әле тағы ла күп кенә шуға оҡшаш һүҙҙәр өҫтәлде.


Йермеяһ Нерияһ улы Барухты саҡырып алды. Барух Раббының Йермеяһҡа һөйләгән бөтә һүҙҙәрен, уның ауыҙынан ишетеп, төргәк китапҡа яҙҙы.


Утыҙынсы йылда, дүртенсе айҙың бишенсе көнөндә, Кевар йылғаһы буйында, һөргөндә йәшәүселәр араһында булған сағымда, күк ҡабағы асылды ла миңә Алланан күренмештәр булды.


Күренмешемдә Раббы мине, Исраил еренә алып килеп, бик бейек тау башына баҫтырҙы. Тауҙың көньяғында ҡалаға оҡшаған биналар күрҙем.


Алла был дүрт үҫмергә – аҡыл, һәр төрлө яҙмаға, уҡыуға һәләт, зирәклек, Даниилға иһә, быларҙың барыһына өҫтәп, һәр төрлө күренмештәрҙе һәм төштәрҙе юрау оҫталығы ла бирҙе.


Батшалыҡ итеүенең икенсе йылында Навуходоносор төш күрҙе; йән тыныслығын юғалтып, тамам йоҡоһо ҡасты.


Батша икенсе исеме Белтешассар булған Даниилдан: – Һин, ысынлап та, минең ниндәй төш күргәнемде һөйләп, уның нимә аңлатҡанын юрай алаһыңмы? – тип һораны.


Кеше аҡылы унан алынһын, Хайуан аҡылы бирелһен уға, Ана шул хәлдә ете йыл үтһен.


Ниһайәт, Даниил килде – уны минең илаһым хөрмәтенә Белтешассар тип йөрөтәләр – унда изге илаһи рух бар. Мин уға төшөмдө һөйләнем. Мин уға былай тинем:


Белшассар батша үҙенең бер мең вәзир-бәге өсөн оло мәжлес ойошторҙо һәм улар менән бергә шарап эсте.


Һин дә, Белшассар, уның улы, быны белеп тә, нәфсеңде тыйманың.


Шул уҡ төндө Халдей батшаһы Белшассар үлтерелде.


Төндә килгән күренмештә йәнә шуны күрҙем: Күктәге болоттар араһында Әҙәм улына оҡшаған берәү яҡыная. Килеп етеү менән, уны Мәңгелек Зат хозурына килтерҙеләр.


Мин, Даниил, хафаға ҡалдым – күргәндәрем мине ҡурҡытты.


Артабан мин төнгө күренмешемдә дүртенсе януарҙы – ҡот осҡос, дәһшәтле, сағыштырғыһыҙ ҡеүәтле йән эйәһен күрҙем. Уның ауыҙында ҙур тимер тештәр булып, ул бар нәмәне ялмап ашап, емереп бара, ҡалғанын аяҡтары менән тапай. Ул әүәлге януарҙарҙың береһенә лә оҡшамағайны, башында ун мөгөҙө бар ине.


Белшассар батша идара иткәндең өсөнсө йылында миңә, Даниилға, теге беренсеһенә өҫтәп, тағы бер күренмеш керҙе.


Бынан һуң Мин барлыҡ кешеләргә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, Ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер, Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Раббы миңә былай тип яуап бирҙе: «Күренмеште таҡтаташҡа асыҡ итеп уйып яҙ, Хатта уны йүгереп барған кеше лә уҡырлыҡ булһын.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Изге Яҙмалағы бөтә нәмә, беҙ унан ала торған сабырлыҡ һәм йыуаныу аша өмөтөбөҙ булһын тип, нәсихәт биреү өсөн яҙылған.


Маҡтаныуҙың файҙаһы булмаһа ла, маҡтанырға тура килә. Хәҙер Раббы тарафынан ебәрелгән илаһи күренмештәр һәм асылыштар тураһында һөйләйем.


Шулай итеп, ниҙәр күргәнеңде, хәҙер ниҙәр барлығын һәм бынан һуң ниҙәр буласағы тураһында яҙ.


Ете күк күкрәү һөйләп туҡтағас, мин уларҙың һөйләгәнен яҙып алырға уйланым, әммә күктән үҙемә өндәшкән тауышты ишеттем: – Ете күк күкрәүенең нимәләр һөйләгәнен мисәт аҫтына йәшер һәм яҙма.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan