Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 6:20 - Изге Яҙма

20 Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

20 Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 6:20
30 Iomraidhean Croise  

Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.


Раббыға, Уның ҡеүәтенә өмөт бағлағыҙ, Бер туҡтауһыҙ Уға ынтылығыҙ!


Раббы яңынан һала Йәрүсәлимде, Таралған Исраил халҡын ҡабат йыя.


Онотма дошмандарыңдың шаулашыуын; Һиңә ҡаршы баш күтәргәндәрҙең гөжләүе Бер туҡтауһыҙ нығыраҡ яңғырағанын!


«Эй Раббы Хаким! Һин, ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ.


Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.


Эй батша, табынған Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара алһа, Ул беҙҙе ҡыҙған мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡарыр.


Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине.


Иртәгәһенә батша, таң алдынан тороп, арыҫландар тотолған соҡор янына ашыҡты.


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


Ул ҡотҡара һәм аралай, Күктә лә, ерҙә лә Мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡыла. Даниилды ул арыҫландан ҡотҡарып алды».


Шуға күрә лә һин, Яҡуп нәҫеле, Аллаңа ҡайт, Мөхәббәт һәм ғәҙеллекте һаҡла, Һәр даим Аллаға өмөт бағла.


Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.


Сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.


Төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, һәр ваҡыт доға ҡылырға кәрәклеген белһендәр өсөн, Ғайса Үҙенең шәкерттәренә ошондай ҡисса һөйләне:


Ә беҙ үҙебеҙҙе доғаға һәм Алла һүҙе менән хеҙмәт итеүгә бағышлайыҡ.


гел генә изге эштәр ҡылып данға, хөрмәткә һәм үлемһеҙлеккә ынтылыусыларға мәңгелек тормош бирер;


Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,


Арымай-талмай доға ҡылығыҙ. Доға ҡылғанда уяу булығыҙ һәм Аллаға шөкөр итегеҙ.


Шул сәбәпле мин әле ғазап сигәм, ләкин оялмайым, сөнки Кемгә инанғанымды беләм һәм Уның миңә ышанып тапшырғанды килгән көнөнә тиклем һаҡлай алырына ышанам.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Ә кем, азатлыҡ килтерә торған камил ҡанунға төшөнөп, уға тоғро ҡала, ишеткәнен онотмайынса башҡара, ул кеше үҙенең эштәрендә бәхетле буласаҡ.


Һеҙҙе тура юлдан тайпылыуҙан һаҡлай алған һәм Үҙенең шөһрәте алдына кәмселекһеҙ килеш һәм ҙур ҡыуаныс менән килтерә алған


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan