Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 6:16 - Изге Яҙма

16 Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 6:16
28 Iomraidhean Croise  

Батша булып мәсехләнһәм дә, мин әлегә көсһөҙмөн, ә был бәндәләр – Серуяһ улдары – үтә аяуһыҙ. Раббы уларҙың яуызлығына күрә язаһын бирһен, – тине.


Алты тапҡыр бәләгә ҡалһаң – ҡотҡарыр, Етенсеһендә лә һиңә зыян теймәҫ.


Кешеләрҙән ҡурҡҡан – үҙенә тоҙаҡ ҡорған, Раббыға һыйынған – хәүефтән араланған.


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Даръяларҙы аша сыҡҡаныңда – һинең менән булырмын; Йылғаларҙы кискәнеңдә, һыуҙар һине батырмаҫ; Ут эсенән йөрөгәндә янмаҫһың – Ялҡын һине һәләк итмәҫ.


Миңә килгәндә инде, бына, ихтыярығыҙҙамын. Нисек яҡшы тип табаһығыҙ, нисек дөрөҫ һанайһығыҙ, шуны эшләгеҙ.


Сидкияһ батша уларға: – Ул – һеҙҙең ҡулығыҙҙа, – тип яуапланы. – Батша һеҙгә ҡаршы бер нәмә лә эшләй алмай.


Шунан һуң Йермеяһты, тотоп алып, батша улы Малкияһтың һаҡсылар ихатаһындағы һыу йыя торған соҡорона арҡандарға бәйләп төшөрҙөләр. Соҡорҙа һыу юҡ, бары батҡаҡ ҡына ине. Йермеяһ шул батҡаҡҡа батты.


Әммә ул көндө һине ҡотҡарырмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡурҡҡан кешеләреңдең ҡулына эләкмәҫһең.


Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.


Эй батша, табынған Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара алһа, Ул беҙҙе ҡыҙған мейестән дә, һинең ҡулыңдан да ҡотҡарыр.


Шул саҡ Навуходоносор былай тип иғлан итте: – Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Негоның Аллаһына рәхмәттәр яуһын! Ул, фәрештәһен ебәреп, Үҙенә башкөллө ышанған ҡолдарын ҡотҡарҙы. Улар батша ихтыярына баш бирмәне, үҙ ғүмерҙәрен ҡыҙғанманы – үҙ Аллаһынан башҡа, бүтән илаһтарға табынманы ла, сәждә лә ҡылманы.


Даниил ултырған соҡор янына килеп, батша борсоулы тауыш менән: – Эй Даниил, тере Алланың ҡоло! Һин арыу-талыуһыҙ хеҙмәт иткән Аллаң һине арыҫландарҙан ҡотҡара алдымы? – тип өндәште.


Эй батша, батшалыҡтағы бөтә вәзирҙәр, етәкселәр һәм өлкә идарасылары, батшаның кәңәшселәре үҙ-ара фекер алышып, шуны кәрәк тип тапты, батша фарман, бер тыйыу сығарһын: кемдер берәү утыҙ көн эсендә үтенесе менән һинән башҡа берәүгә – илаһҡамы йәки кешегәме – мөрәжәғәт итһә, шуны арыҫландар янына соҡорға ташлаһындар.


Әммә ике йылдан Феликс урынына Поркиос Фестус килде. Әммә Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Паулусты тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.


Әгәр ҙә нимәнелер дөрөҫ эшләмәйенсә үлемгә хөкөм итерлек эш ҡылғанмын икән, үлемдән баш тартмайым. Ә инде улар миңә ташлаған ғәйепләүҙәр ялған икән, бер кем дә мине уларҙың ҡулына тотоп бирә алмай. Мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә теләйем, – тине Паулус.


Фестус, йәһүдтәргә ярарға теләп, Паулустан: – Йәрүсәлимгә барырға һәм үҙеңә ҡаршы ташланған ғәйепләүҙәрҙе тикшереү өсөн минең хөкөмөм алдына баҫырға ризаһыңмы? – тип һораны.


Етәкселәр яҡшылыҡ ҡылыусылар өсөн түгел, яманлыҡ ҡылыусылар өсөн ҡурҡыныс. Хакимлыҡтан ҡурҡмаҫҡа теләһәң, яҡшылыҡ эшлә, һәм маҡтау алырһың.


Алла беҙҙе үлем дәһшәтенән ҡотҡарҙы һәм тағы ла ҡотҡарасаҡ әле. Киләсәктә лә ҡотҡарасағына ышанып, Уға өмөт бағлайбыҙ,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan