Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 4:30 - Изге Яҙма

30 Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

30 Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

30 Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 4:30
33 Iomraidhean Croise  

Тәүҙә уның батшалығына Шинғар ерҙәрендәге Бабил, Әрәх, Аккад, Калне ҡалалары инә ине.


Батша уларға үҙ батшалығының зиннәтен һәм шөһрәтен, үҙ бөйөклөгөнөң киңлеген һәм хаттинлығын күрһәтеп йөрөнө. Йөҙ ҙә һикһән көнгә һуҙылды был сара.


Раббыға шөкөр итегеҙ, исеме менән саҡырығыҙ, Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында иғлан итегеҙ!


Ултыраһың да туғаныңа ҡаршы һөйләйһең, Әсәйеңдең улына ҡара яғаһың.


Эстәренән: «Һәммәһен емерәйек!» – тип, Илдә Аллаға табыныу урындарын көл иттеләр.


Тәкәбберлек артынан хурлыҡ килер, тыйнаҡтарға эйәреп аҡыл йөрөр.


Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.


Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.


Батшалыҡтар араһында иң гүзәле, Халдейҙар даны һәм ғорурлығы Бабил Алла юҡ иткән Содом һәм Ғамора һымаҡ булыр.


Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең.


– Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ.


Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа, Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар».


Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


Һине лә, уны ла саҡырған хужа, эргәңә килеп: «Урыныңды был кешегә бир», – тип әйтер. Шул саҡта һин, оятҡа ҡалып, ишек төбөндәге урынға барып ултырырға мәжбүр булырһың.


Шулай итеп, ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме – бөтәһен дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


Уның артынан килгән икенсе фәрештә былай тине: – Бөйөк Бабил емерелде, емерелде, сөнки ул бөтә халыҡтарҙы ла үҙенең ярһыу фәхешлек шарабын эсергә мәжбүр иткән.


Бөйөк ҡала өс өлөшкә бүленде һәм халыҡтарҙың ҡалалары емерелде. Шулай итеп, Алла бөйөк Бабил ҡалаһын иҫенә төшөрҙө һәм уға Үҙенең ярһыу нәфрәт туҫтағынан шарап эсергә бирҙе.


Уның маңлайына «Бөйөк Бабил – ерҙәге фәхишәләрҙең һәм ерәнгес нәмәләрҙең әсәһе» тигән серле исем яҙылғайны.


Уның ғазаптарынан ҡурҡып ситтәрәк баҫып торасаҡтар һәм: – Ҡайғы, ҡайғы һиңә, бөйөк ҡала! Эй Бабил, ҡеүәтле ҡала! Һиңә бер сәғәт эсендә хөкөм килде, – тип әйтәсәктәр.


Бынан һуң бер көслө фәрештә ҙур тирмән хәтле таш алып диңгеҙгә ташланы ла былай тине: – Бөйөк Бабил ҡалаһы бына шундай көс менән ырғытылыр һәм ул башҡаса табылмаҫ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan