Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 3:4 - Изге Яҙма

4 оран һалыусы көслө тауыш менән: – Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 оран һалыусы көслө тауыш менән: – Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 оран һалыусы көслө тауыш менән: – Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 3:4
13 Iomraidhean Croise  

Өсөнсө айҙың, йәғни сиуан айының егерме өсөнсө көнөндә батша кәтиптәре саҡырылды. Һиндостандан алып Кушҡа тиклем бөтә йөҙ ҙә егерме ете өлкәләге йәһүдтәргә, шулай уҡ батша һанаттарына, урындағы идарасыларға һәм өлкә түрәләренә тәғәйенләп, урындағы яҙма менән һәр халыҡҡа үҙ телендә, йәһүдтәргә лә уларҙың яҙмаһында һәм үҙ телендә тап Мордехай бойорғанса яҙылды.


Һөйөнсө килтергән Сион, бейек тауға сыҡ! Яҡшы хәбәр килтергән Йәрүсәлим, ҡысҡырып иғлан ит! Ҡурҡма, Йәһүҙә ҡалаларына ҡысҡыр: «Бына һеҙҙең Аллағыҙ!»


«Тамаҡ ярып ҡысҡыр, һис тартынма, Тауышың борғолай яңғыраһын; Халҡыма – енәйәттәрен, Яҡуп нәҫеленә гонаһтарын белдер!


Һин, батша, мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, һәр кем йөҙтүбән ҡапланып, алтын һәйкәлгә сәждә ҡылһын, ә йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмаған кешене янып торған мейескә ырғытырға, тип бойорғайның.


Һанаттар, етәкселәр, өлкә идарасылары, кәңәшселәр, ҡаҙнасылар, хөкөмдарҙар, вазифалы кешеләр һәм барлыҡ өлкә хеҙмәткәрҙәре тантанаға йыйылып бөтөп, Навуходоносор батша ҡуйҙырған һәйкәл алдына килеп баҫҡас,


Бына, мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа һәм башҡа уйын ҡоралдары тауыштарын ишетеү менән, бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, йөҙтүбән ҡапланып, Навуходоносор батша ҡуйҙырған алтын һәйкәлгә сәждә ҡылдылар.


– Мин, Навуходоносор, үҙ йортомда тыныс ҡына йәшәп ята, үҙ һарайымда хозур көн итә инем.


Был әмер – күҙәтеүсе фәрештәләр ҡарары, Был хөкөм – мөҡәддәс фәрештәләр һүҙе. Ер йөҙөндә йәшәүселәр белеп торһон: Кешелек батшалығы өҫтөнән Юғарыларҙан Юғары хакимлыҡ итә. Батшалыҡты кемгә теләй, шуға бирә; Кешенең иң түбән һаналғанын да хаким итә ала“».


Аҙаҡтан Дарий батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүемдәргә һәм ҡәбиләләргә былай тип яҙҙы: «Именлек һәм муллыҡ һеҙгә!


Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.


Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».


Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan