Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Даниил 10:12 - Изге Яҙма

12 Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

12 Ул миңә: – Ҡурҡма, Даниил. Аллаң алдында тыңлаусан булып, бөтә нәмәне төшөнөргә ынтыла башлаған тәүге көнөңдән үк һинең һүҙҙәрең барып ишетелде. Шул һүҙҙәрең арҡаһында мин бында килдем дә инде, – тине. –

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Даниил 10:12
26 Iomraidhean Croise  

Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ: «Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ! Бына һеҙҙең Аллағыҙ, Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә. Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр».


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


„Эй ер ҡорто булған Яҡуп нәҫеле; Эй Исраил халҡы, ҡурҡма! Мин һиңә ярҙам итермен, – тип белдерә Раббы, – Мин Исраилдың Изгеһе, Һинең Ҡотҡарыусыңмын.


Ул саҡта Раббыға өндәшерһең – Ул һиңә яуап ҡайтарыр; Ярҙам һорап саҡырырһың, Ул: „Мин бындамын“, – тип әйтер. Башҡаларға кейҙергән ҡалыпты емереп ташлаһаң, Бармаҡ төртөп яла яғыуҙан туҡтаһаң;


Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.


Ул миңә: – Даниил, Алланың һөйөклөһө! Мин әйткәнде төшөнөргә тырыш. Тор, мин һинең яныңа ебәрелдем, – тине. Ул миңә шулай тине лә мин ҡалтырана-ҡалтырана аяғыма баҫтым.


Ул: – Эй Алланың һөйөклөһө, ҡурҡма! Тыныслан! Ҡыйыу бул, ҡыйыу бул! – тине. Ул ошо һүҙҙәрен әйткәндә миңә хәл керҙе. Мин: – Хакимым, һин миңә көс бирҙең, инде һөйлә, – тинем.


Бына былар һеҙҙең өсөн мәңгелек ҡағиҙә: етенсе айҙың унынсы көнөндә бөтә нәмәнән дә тыйылығыҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа төйәкләнгән килмешәктәр ҙә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.


Был һеҙҙең өсөн шәмбе кеүек тулыһынса ял көнө. Үҙегеҙҙе бөтә нәмәнән дә тыйығыҙ. Был – мәңгелек ҡағиҙә.


Етенсе айҙың унынсы көнөндә изге йыйын үткәрегеҙ. Нәфсегеҙҙе тыйығыҙ, көндәлек эштәрҙе башҡармағыҙ.


Шунан Ғайса уларға: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Барығыҙ, туғандарыма әйтегеҙ, Галилеяға китһендәр. Улар Мине шунда күрер.


Фәрештә ҡатындарға былай тине: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм.


– Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын.


Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.


Фәрештә һүҙен дауам итте: – Ҡурҡма, Мәрйәм! Алла һиңә мәрхәмәт күрһәтте.


– Ҡурҡмағыҙ! – тине уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем:


Әммә Ғайса: – Ни эшләп ҡурҡып ҡалдығыҙ? Ни өсөн күңелегеҙҙә шундай шик тыуҙы?


Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине.


Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan