Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 9:5 - Изге Яҙма

5 Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

5 Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

5 Ҡанығыҙ ҡойолоп, йәнегеҙ ҡыйылһа, ҡан ҡойғандың – йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме – үҙенең ҡаны ҡойолоуға дусар итәсәкмен.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 9:5
26 Iomraidhean Croise  

Рәүвән былай тине: – Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.


хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы?


Аҡылыңа таянып эш ит, әммә Йоавтың сал сәсле башына үлеләр донъяһына тыныс ҡына китергә ихтыяр бирмә.


Ахазъяһтың әсәһе Ғаҫалъяһ, улының үлгәне тураһында ишеткәс, батша нәҫеленән булғандарҙың бөтәһен дә ҡырырға кереште.


Йоаш батша Йеһоядағтың үҙенә эшләгән изгелектәрен иҫенә лә төшөрмәй, уның улын үлтерә. Йән биргәндә Зәкәрьяһ: – Раббы күрһен дә язаһын бирһен, – ти.


Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойоштора һәм уны һарайында үлтерә.


Ил халҡы Амонға ҡаршы фетнә ойошторғандарҙың барыһын да ҡырып, улы Йошияһты батша итеп ҡуя.


Сионды төйәк иткән Раббыға маҡтау йырлағыҙ! Ғәмәлдәрен халыҡтар араһында һөйләгеҙ!


Кеше үлтермә.


Әгәр ҙә берәү икенсе кешене һуғып үлтерһә, ул үҙе лә үлтерелергә тейеш.


Халҡың араһында ғәйбәт йөрөтмә. Яҡыныңдың ғүмеренә зыян килтермә. Мин – Раббы.


Кеше үлтергән әҙәм мотлаҡ үлемгә дусар ителһен.


Мал үлтергән әҙәм зыянды мал биреп ҡаплар, ә кеше үлтергән өсөн үҙе үлемгә дусар ителһен.


Әгәр берәү тимер ҡорал менән икенсе берәүгә һуҡһа һәм уны үлтерһә, ул – кеше үлтереүсе: ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш.


Әгәр ҙә берәү кешене үлтерерлек ҙур таш менән берәйһенә һуҡһа һәм тегеһе үлһә, ул – кеше үлтереүсе; ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш.


Әгәр берәйһе икенсе берәүгә кеше үлтерерлек ағас ҡорал менән һуҡһа һәм тегеһе үлһә, ул – кеше үлтереүсе; ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш.


йәки дошманлашып, ҡулы менән үлтергәнсе һуҡһа, ул үлем язаһына тарттырылырға тейеш: ул – кеше үлтереүсе. Ҡан өсөн үс ҡайтарыусы туғанын үлтереүсене осратыу менән үлтерә ала.


Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк.


Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул бер әҙәмдән тотош кешелекте барлыҡҡа килтерҙе, барыһына ла ваҡыт һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне.


Әммә яҡынына асыу һаҡлаған берәйһе, һағалап тороп, уны үлтерһә, шунан ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасһа,


үҙ ҡалаһының аҡһаҡалдары, артынан кеше ебәреп, ҡасҡан еренән кире килтертер һәм ҡан үсе алырға тейешле кеше ҡулына тапшырыр.


Атаһына ҡаршы енәйәт ҡылып, етмеш ағай-энеһен үлтергән Авимәләхкә Алла шулай ҡоһорон ҡайтарҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan