Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 6:13 - Изге Яҙма

13 Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итәм.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Алла Нухҡа былай тине: – Бөтә кешелек донъяһын юҡҡа сығарам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Шуға күрә Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итергә булдым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 6:13
19 Iomraidhean Croise  

Шимғон менән Леви – бер туғандыр, Ҡылыстары – рәхимһеҙлек ҡоралылыр!


Һин үҙеңә гофәр ағасынан көплө кәмә яһа, уны бүлмәләргә бүл, эсен-тышын ыҫмалалап сыҡ.


Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.


Ер йөҙөндә йәшәгән бөтә йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хайуандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды;


Раббы ер йөҙөндә булған бөтә йән эйәһен юҡҡа сығарҙы: кеше менән бергә мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, күктәге ҡоштарға тиклем бөтә нәмә үлеп бөттө. Нух менән уның кәмәһендә булғандар ғына иҫән ҡалды.


Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмәне ер йөҙөнән юҡ итәсәкмен.


Раббы, ҡорбандың хуш еҫен тойғас, Үҙ-Үҙенә: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ бала сағынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.


Эй ҡәүемдәр, яҡын килегеҙ, тыңлағыҙ! Эй халыҡтар, ҡолаҡ һалығыҙ! Тыңлаһын ер һәм ундағы бөтә нәмә, Донъя һәм унда тыуғандар!


Эй ағын һыуҙар буйында йәшәгәндәр, Бик мул хазиналары булғандар, Ахырығыҙ килде, ғүмер ебегеҙ өҙөлдө.


Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.


Ул минән: – Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин: – Кәрзин тулы өлгөрөп еткән емеш күрәм, – тип яуап бирҙем. Раббы миңә былай тине: «Халҡым Исраил хөкөм өсөн өлгөрөп етте, Башҡаса уны ғәфү итмәйәсәкмен.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


Тиҙҙән бөтә нәмәнең аҙағы етәсәк. Шуға күрә, һәр ваҡыт доға ҡыла алыу хәлендә булыр өсөн, тотанаҡлы һәм айыҡ аҡыллы булығыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan