Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 48:14 - Изге Яҙма

14 Исраил, ҡулдарын алға табан салыштырып һуҙып, уң ҡулын кесеһе Әфраимдың, һул ҡулын баш бала булған Менашшеның башына һалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Исраил, ҡулдарын алға табан салыштырып һуҙып, уң ҡулын кесеһе Әфраимдың, һул ҡулын баш бала булған Менашшеның башына һалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

14 Исраил, ҡулдарын алға табан салыштырып һуҙып, уң ҡулын кесеһе Әфраимдың, һул ҡулын баш бала булған Менашшеның башына һалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 48:14
24 Iomraidhean Croise  

Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», – тине.


«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә емешле итте», – тип, икенсеһенә Әфраим тигән исем бирҙе.


Йософтоң Мысырҙа Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫтан Менашше менән Әфраим исемле ике улы тыуҙы.


Унан, кесе улы Әфраимды уң ҡулынан, өлкән улы Менашшены һул ҡулынан етәкләп, Исраил алдына алып килде. Улдарының кесеһе Исраилдың һул яғына, өлкәне уң яғына тура килә ине.


Йософ атаһының уң ҡулын Әфраимдың башына һалғанын күрҙе лә, быны хушһынманы. Ул атаһының ҡулын Әфраимдан алып Менашшеның башына һалмаҡсы булды.


– Улай түгел, атай, – тине Йософ. – Бына баш бала, уң ҡулыңды уның башына һал.


Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмғиәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.


Ҡағиҙәләрең менән йыуанам, Әйткән һүҙҙәреңде онотмайым.


Йә Раббы! Һинең уң ҡулың көсө менән дан ҡаҙанды. Йә Раббы! Һинең уң ҡулың дошмандарҙың юлын киҫте.


Әфраим тупламы үҙенең байрағы аҫтында төркөм-төркөм булып Изге сатырҙан көнбайышта урынлашһын. Әфраимдарҙың башлығы Ғаммиһуд улы Әлишамағ булһын.


Левиҙәрҙе Раббы ҡаршыһына килтер ҙә исраилдар уларҙың башына ҡулдарын һалһын.


Хәҙер иһә исраилдарҙың беренсе булып тыуған ир балалары урынына левиҙәрҙе алдым.


Шуға күрә Мин һиңә әйтәм: һин – Петрус һәм Мин был ҡаяла Үҙемдең имандаштар берҙәмлеген төҙөйәсәкмен. Уны үлеләр донъяһының көстәре еңә алмаҫ.


Шунан һуң Ғайса янына, баштарына ҡулын ҡуйып доға ҡылһын өсөн, балаларын алып килделәр. Шәкерттәре иһә, уларҙы шелтәләп, үткәрмәне.


Балаларға ҡулдарын ҡуйып фатихаһын биргәндән һуң Үҙ юлына китте.


Доға ҡылғанда ике йөҙлө әҙәмдәр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Ғайса был ҡатынға ҡулдарын ҡуйҙы, ҡатын шунда уҡ турайып баҫты һәм Алланы данлай башланы.


Ҡояш байыған мәлдә бөтәһе лә төрлө сирҙәрҙән ғазапланыусы яҡындарын Ғайса янына алып килде. Ғайса, һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, уларҙы һауыҡтырҙы.


Ураҙа тотҡандан һәм доға ҡылғандан һуң, Барнабас менән Шаулдың баштарына ҡулдарын ҡуйып, уларҙы оҙатып ебәрҙеләр.


уларҙы илселәр алдына баҫтырҙылар. Илселәр, доға ҡылып, уларҙың баштарына ҡулдарын ҡуйҙы.


Муса фатиха биреп, ҡулын Нун улы Йушағҡа ҡуйғанда, Йушағ төплө аҡыл менән һуғарылып, рухы нығынғайны. Исраил халҡы уға буйһондо һәм Раббы Мусаға биргән бойороҡтарҙы үтәй барҙы.


Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма.


Кемгә лә булһа ҡулдарыңды ҡуйырға ашыҡма, башҡаларҙың гонаһлы эштәрендә ҡатнашма. Үҙеңде саф көйө һаҡла.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan