Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 47:27 - Изге Яҙма

27 Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

27 Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

27 Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 47:27
19 Iomraidhean Croise  

Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Һин бик үрсемле нәҫелдең башы булырһың. Һинән тотош халыҡтар таралыр, батшалар сығыр.


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Бергәләшеп татыу йәшәйек. Илебеҙ күҙ алдығыҙҙа – ошонда ҡайҙа теләһәгеҙ шунда төйәкләнегеҙ, ер биләй алаһығыҙ.


Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!


Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.


Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысырҙың иң яҡшы еренә, Рағмесес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе.


тышҡа ҡоҙғондо осороп ебәрҙе. Ер өҫтөндәге һыуҙар ҡороғанға тиклем, ҡоҙғон бер китеп, бер килеп осоп йөрөнө.


Әммә күгәрсен, ҡуныр урын тапмайынса, кәмәгә кире ҡайтты, сөнки ер һыу аҫтында ине әле. Нух, ҡулын һоноп, күгәрсенде кәмә эсенә индерҙе.


Уларҙың тоҡомон күктәге йондоҙҙар һанынса арттырҙың. Уларҙың ата-бабаларына барып хужа булырға бойорған ергә алып килдең.


Һуңыраҡ улар гүзәл ерҙе кире ҡаҡты, Алланың вәғәҙәһенә ышанманы.


Ләкин Исраил халҡын ни хәтлем нығыраҡ ғазаплаһалар, улар шул тиклем тиҙерәк ишәйҙе. Шуға ла мысырҙар уларҙан ҡурҡа башланы


Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.


Мин һыҙғырып уларҙы йыйырмын, Сөнки йолом биреп алдым. Улар йәнә элеккеләй күмәк булыр.


Ибраһимға Алла биргән вәғәҙәнең ғәмәлгә ашыу ваҡыты яҡынлашҡан һайын, Мысырҙа беҙҙең халыҡтың һаны арта барған.


Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Аллаң Раббы күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте.


Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып, килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan