Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 47:22 - Изге Яҙма

22 Бары тик ҡаһиндарҙың ерҙәре генә һатып алынманы, сөнки уларҙың биләмәләре фирғәүен тарафынан үҙҙәренә беркетелгән һәм улар шулар иҫәбенә туҡланып йәшәй ине. Шуға күрә уларҙың ерҙәре һатылманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

22 Бары тик ҡаһиндарҙың ерҙәре генә һатып алынманы, сөнки уларҙың биләмәләре фирғәүен тарафынан үҙҙәренә беркетелгән һәм улар шулар иҫәбенә туҡланып йәшәй ине. Шуға күрә уларҙың ерҙәре һатылманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

22 Бары тик ҡаһиндарҙың ерҙәре генә һатып алынманы, сөнки уларҙың биләмәләре фирғәүен тарафынан үҙҙәренә беркетелгән һәм улар шулар иҫәбенә туҡланып йәшәй ине. Шуға күрә уларҙың ерҙәре һатылманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 47:22
16 Iomraidhean Croise  

Сәлим батшаһы Мәлки-Садиҡ та Ибрамға икмәк менән шарап алып килде. Ул Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины ине.


Фирғәүен Йософҡа Сафнаҫ-Пағнеах тигән мысыр исеме бирҙе һәм уны Аснаҫ исемле ҡыҙға өйләндерҙе, Он ҡалаһының ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы ине ул. Йософ Мысыр менән идара итә башланы.


Йотлоҡ башланғансы Он ҡалаһы ҡаһины Потиферағтың ҡыҙы Аснаҫ Йософҡа ике ул табып бирҙе.


Ә Мысыр кешеләренең барыһын да – илдең бер сигенән икенсе сигенә тиклем – Йософ фирғәүендең ҡолдары итте.


Йософ халыҡҡа: – Һеҙҙе лә, баҫыуҙарығыҙҙы ла фирғәүенгә һатып алдым, – тине. – Инде орлоҡ алығыҙ ҙа сәсегеҙ.


Йософ урынлаштырған ҡанун Мысырҙа бөгөн дә һаҡланып килә: ҡаһиндар ҡулындағы ер биләмәләренән башҡа, илдәге һәр биләмәнән алынған уңыштың биштән бер өлөшө фирғәүенгә бирелергә тейеш.


Йеһоядағ улы Бенаяһ – керетиҙәр менән пелеҫиҙәр өҫтөнән башлыҡ, ә Дауыт улдары ҡаһиндар булды.


Тағы шуны белдерәм: Алла йортонда хеҙмәт иткән ҡаһиндар һәм левиҙәр, ҡорам йырсылары, ҡапҡа һаҡсылары, ҡорам хеҙмәтселәре һәм эшселәренең береһенә лә һалым да, юл һалымы ла, яһаҡ та һалынмаһын.


Бының өҫтәүенә мин левиҙәргә тигән өлөштөң бирелмәүен, үҙҙәренең хеҙмәтен башҡарған левиҙәр менән йырсыларҙың һәр береһе үҙ биләмәләренә ҡайтып бөтөүен белдем.


Сәфәргә үҙегеҙ менән биштәр ҙә, алмаш күлдәк тә, аяҡ кейеме лә, юл таяғы ла алмағыҙ – эшләгән кешенең тейешле ризығын алырға хаҡы бар.


Алла йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме?


Өйрәнеүсе бар булған яҡшы нәмәләрен өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән уртаҡлашһын.


Ҡарағыҙ уны, илегеҙҙә йәшәгән левиҙәрҙе ғүмер буйы ҡайғыртығыҙ.


Янығыҙҙа булған сағыбыҙҙа уҡ, кем эшләргә теләмәй, шул ашамай, тигән бойороҡ бирҙек.


Яҡшы етәкселек иткән өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan