Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 46:34 - Изге Яҙма

34 былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

34 былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

34 былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 46:34
17 Iomraidhean Croise  

Ибрам менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыҡты. Ул саҡта был ерҙәрҙә ҡәнғәниҙәр менән перизиҙәр йәшәй ине.


Ибрам Лутҡа: – Беҙ бит туғандар, – тине. – Үҙебеҙҙең арала ла, көтөүселәребеҙ араһында ла ыҙғыш-талаш булмаһын!


әммә Герар көтөүселәре: «Был беҙҙең һыу», – тип Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшеп китте. Ыҙғыш ҡоҙоҡ өсөн сыҡҡанлыҡтан, уға Эсек тип исем бирҙеләр.


Шул уҡ көндә Лаван бөтә буйлы, аҡ төрткөлө, ала кәзә тәкәләрен, шулай уҡ бөтә аҡ төрткөлө, ала кәзәләрҙе, барлыҡ ҡара һарыҡ бәрәстәрен айырып алды ла улдарына бирҙе.


Яҡуп ҡыҙы Динәнең мәсхәрә ителеүен ишетте, әммә, улдары яланда мал янында булғанлыҡтан, улар ҡайтҡансы бер нәмә лә өндәшмәне.


Бер ваҡыт Йософтоң ағалары аталарының һарыҡтарын көтөргә Шәхәмгә китте.


Бына Яҡуп ғаиләһенең тарихы. Йософҡа ун ете йәш ине. Ул үҙенең ағалары – атаһының ҡатындары Билһа һәм Зилпанан тыуған ағалары менән көтөү көттө, уларҙы аталарына гел ошаҡлап торҙо.


Йософҡа ашарға айырым, ҡунаҡтарға айырым, мысырҙарға айырым ҡуйҙылар, сөнки мысырҙарға ғивриҙәр менән бергә ултырып ашарға ярамай, мысырҙар өсөн был ерәнгес һанала ине.


Һин Гошен ерендә төйәкләнерһең, улдарың, улдарыңдың балалары, көтөүҙәрең, мал-мөлкәтең менән бергә минең эргәмдә генә булырһың.


Ҡайтып, атайығыҙҙы һәм бөтә ғаиләгеҙҙе алып, бында кире әйләнеп килһендәр. Мин уларға Мысырҙың иң яҡшы ерҙәренән урын бирермен. Тупрағы май һымаҡ ерҙәрҙең емештәрен ашап йәшәрһегеҙ.


Улар мал бағыусылар, һарыҡ көтәләр, үҙҙәре менән ваҡ һәм эре малдарын, бөтә мөлкәттәрен алып килгәндәр, тип әйтәм.


Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысырҙың иң яҡшы еренә, Рағмесес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе.


Фирғәүен уларҙан: – Ни менән көн күрәһегеҙ? – тип һораны. – Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, һарыҡ көтәбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙы Йософтоң ағалары.


Тағы былай тип өҫтәнеләр: – Беҙ был ергә йәшәргә тип күсенеп килдек. Ҡәнғәндә хәҙер бик ҡурҡыныс аслыҡ хөкөм һөрә, көтөүлектәр ҡороп кипте. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.


Бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларға минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.


Ләкин ул көндө халҡым йәшәгән Гошен ерен айырып ҡуясаҡмын, унда күгәүендең әҫәре лә булмаҫ. Ошонан һин Мин Раббының ул ерҙә булғанын белерһең.


Ләкин Муса: – Улай итә алмайбыҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға килтергән ҡорбанды мысырҙар ерәнгес тип һанай. Улар ерәнгес тип ҡабул иткән ҡорбанды күҙ алдарында ҡылһаҡ, беҙҙе таш бәреп үлтермәҫтәрме? – тип ҡаршы төштө. –


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan