Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 45:15 - Изге Яҙма

15 Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 45:15
17 Iomraidhean Croise  

Шунан ул, Рәхиләне үбеп, ҡысҡырып илап ебәрҙе.


Лаван, һеңлеһенең улы килгәнен ишетеп, йүгереп ҡаршы сыҡты, уны ҡосаҡлап үпте, өйөнә алып инде. Яҡуп бөтә булғандарҙы һөйләп биргәс,


Ғаяз иһә йүгереп уның ҡаршыһына килде лә ҡосаҡлап алды, күкрәгенә ҡыҫып үбә башланы. Икеһе лә илап ебәрҙеләр.


Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимғонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты.


Ул ҡустыһы Бинйәминде ҡосаҡлап алды ла илап ебәрҙе, Бинйәмин дә уны ҡосаҡлап иланы.


Йософҡа ағайҙарының килеүе тураһында фирғәүен һарайына ла барып ишетелде. Фирғәүен дә, уның һарай әһелдәре лә был хәбәрҙе хуш күреп ҡабул итте.


Ул шул тиклем ҡысҡырып иланы, уны Мысыр кешеләре лә ишетте, һүҙ фирғәүен һарайына ла барып етте.


Йософ арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Атаһын күреү менән, атлығып уның муйынына барып һарылды һәм ҡосағында бик оҙаҡ иланы.


Йоав барып Авшаломдың әйткәндәрен батшаға һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша уны үҙ янына саҡыртып алды. Авшалом, батша янына инеп, йөҙө менән ергә ҡапланды һәм батша уны ҡосаҡлап үпте.


Килер быуындарҙан йәшермәбеҙ: Раббының данға лайыҡ эштәрен, Ҡөҙрәтен, ҡылған мөғжизәләрен Киләсәк быуындарға иғлан итербеҙ.


Раббы Һарунға: – Бар, сүлгә барып, Мусаны ҡаршы ал, – тине. Һарун юлға сыҡты. Алла тауы янында Мусаны осратты, уны үбеп сәләмләне.


Шунан һуң атаһы янына ҡайтып киткән. Алыҫта килә ятҡанында уҡ атаһы уны күреп ҡалған, бик йәлләгән, ҡаршыһына йүгереп барып, ҡосаҡлап үбеп алған.


Бөтөнөһө илап, Паулусты ҡосаҡлап үпте.


Килендәре тағы ла нығыраҡ илай башланы. Ғорпа ҡәйнәһе менән үбешеп хушлашты ла китеп барҙы. Ә Рут, ҡәйнәһенә һыйынып, уның янында ҡалды.


Раббы һәр берегеҙгә яңы ир йортонда рәхәтлек табырға насип итһен, – тине. Ул хушлашып килендәрен үпте, ләкин улар ҡысҡырып илай-илай:


Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.


Малай киткәс, Дауыт көньяҡ тарафтан килеп сыҡты ла, ергә тиклем бөгөлөп, өс тапҡыр баш эйҙе. Үбешеп күрештеләр, икәүләшеп илаштылар. Дауыт бигерәк тә ныҡ иланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan