Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 4:8 - Изге Яҙма

8 Ҡабил ҡустыһы Һабилға: – Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине. Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 Ҡабил ҡустыһы Һабилға: – Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине. Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 Ҡабил ҡустыһы Һабилға: – Әйҙә, яланға сығайыҡ, – тине. Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 4:8
23 Iomraidhean Croise  

Әҙәм ҡатыны менән тағы яҡынлыҡ ҡылды. Һауа ир бала тапты. «Алла миңә Ҡабил үлтергән Һабил урынына тағы бер ул бүләк итте», – тип, балаға Шеҫ тигән исем бирҙе.


Мин ҡолоңдоң ике улы бар ине. Бер көндө улар баҫыуҙа ыҙғышып киткәндәр, ә араларға кеше булмаған. Шунан береһе икенсеһен үлтергән.


Авнерҙы Хевронға алып килгәс, Йоав уны, йәнәһе, икәүҙән-икәү йәшерен һөйләшәбеҙ тигән булып, ҡапҡа эсенә алып инде лә ҡорһағына сәнсте. Шулай итеп, Йоав Авнерҙан ҡустыһы Ғасаһил өсөн үс алды.


Йеһорам атаһы урынына тәхеткә ултырып, хакимлығын нығытҡандан һуң, бөтә ҡустыларын, шулай уҡ Исраилдың ҡайһы бер түрәләрен ҡылыстан үткәрә.


Санбаллат менән Гешем миңә: «Кил, Оно тигеҙлегендәге ауылдарҙың береһендә осрашайыҡ», – тип хәбәр ебәрҙе. Улар миңә яуызлыҡ ҡылырға уйлай ине.


Шул сағында йөҙөңдө оялмай күтәрә алырһың, Ҡурҡыу белмәй, аяғыңда ныҡ баҫып торорһоң.


Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.


Ант боҙоу, алдау һәм үлтереш, Уғрылыҡ һәм аҙғынлыҡ хөкөм һөрә. Ҡан өҫтөнә ҡан түгелә.


Сөнки улы атаһын хурлай, Ҡыҙ әсәһенә, килен ҡәйнәһенә баш күтәрә, Кешенең дошмандары – үҙ өйөндәгеләр.


Берәү берәүҙе хаслашыуҙан йыға төртөп йәки уҫал ниәт менән берәй әйбер ырғытып үлтерһә,


Шулай итеп, тәҡүә Һабил ҡанынан алып, һеҙ ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтергән Бәрәхъяһ улы Зәкәрьяһтың ҡанына тиклем, ер йөҙөндә түгелгән бөтә тәҡүә кешеләрҙең ҡаны һеҙҙең башығыҙға төшәсәк.


Һабил ҡанынан алып, ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәрьяһ ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын быларҙың барыһы өсөн дә яуап тотасаҡ.


Ғайса иһә уға: – Йәһүҙә! Һин үбеп Әҙәм Улына хыянат итәһеңме? – тине.


Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул тәҡүә булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әле лә һөйләй.


яңы Килешеү Аралашсыһы Ғайса янына, Һабил ҡанына ҡарағанда һәйбәтерәк нәмәләр һөйләүсе Ғайсаның һирпелгән ҡаны янына килдегеҙ.


Ҡайғы уларға, сөнки улар Ҡабил юлынан китте. Билғамдың аҡса хаҡына яңылыш юлын улар ҙа ҡабатланы, Ҡорах кеүек үк фетнә сығарып һәләк булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan