Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 39:10 - Изге Яҙма

10 Ҡатын уны көн һайын ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Ҡатын уны көн һайын ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

10 Ҡатын уны көн һайын ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 39:10
21 Iomraidhean Croise  

Бер көндө Йософ үҙ эше менән хужа йортона инде. Өйҙә бер кеше лә юҡ ине.


Әммә Йософ баш тартты, хужаһының ҡатынына: – Мин бында булғанға күрә хужам өйөндә бер нимә өсөн дә борсолмай, бөтә нәмәне лә миңә ышанып тапшырҙы.


Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?


улым, аслан улар менән юлдаш булма, улар һуҡмағына аяҡ баҫма;


Зирәклек һине ят ҡатындан, татлы телле сит ҡатындан ҡотҡарыр.


Ят ҡатындың ауыҙы – төпһөҙ упҡын, Раббы ҡәһәрләгән шунда ҡолап төшөр.


Уйнашсы ҡатын ул – төпһөҙ упҡын, кеше ҡатыны – тар ҡоҙоҡ.


Ул юлбаҫар һымаҡ һине аңдый, ирҙәр араһында хыянатсылар һанын арттыра.


Кеше ҡатынының ирененән бал тама, теле майҙай йомшаҡ яғыла –


Ундай ҡатындан йыраҡ тор, уның тупһаһына яҡын барма.


Бына ул теге егетте ҡосаҡлап алды, уны үбә-үбә хаяһыҙ йөҙ менән:


Улар һине кеше ҡатынынан, татлы телле ят ҡатындан аралар.


өйөнөң ишеге алдына сығып йәки ҡаланың иң ҡалҡыу ерендә ултырып,


«Бер ҡатлылар, миңә килегеҙ!» Аҡылһыҙҙарға ла әйтте:


Алданмағыҙ: «аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшы әхлаҡты боҙа».


Фәхештән ҡасығыҙ. Кеше эшләгән башҡа бөтә гонаһтар – тәндән тышта, ә фәхешлек иткән әҙәм үҙ тәненә ҡаршы гонаһ ҡыла.


Һәр төр яуызлыҡтан ары йөрөгөҙ.


Шуға күрә, дошманға яманатын сығарырға бер ниндәй ҙә урын ҡалмаһын өсөн, йәш тол ҡатындарҙың никахҡа инеүҙәрен, бала табыуҙарын, йорт-ҡура ҡарауҙарын теләйем.


Йәштәргә хас булған мауығыуҙарҙан ситтә тор, ә Раббыға саф йөрәк менән мөрәжәғәт итеүселәр менән бергә тәҡүәлеккә, иман, мөхәббәт, именлеккә ынтыл.


Һөйөклөләрем! Һеҙ был донъяла – илгиҙәрҙәр һәм мосафирҙар. Шуға күрә һеҙҙе йәнгә ҡаршы көрәшкән гонаһлы теләктәрҙән йыраҡ торорға саҡырам.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan