Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 37:8 - Изге Яҙма

8 – Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? – тине уға ағалары. Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

8 – Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? – тине уға ағалары. Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

8 – Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? – тине уға ағалары. Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 37:8
19 Iomraidhean Croise  

Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, – тип уйланы Ғаяз, – Яҡупты үлтерәсәкмен!»


Аталарының Йософто үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яратыуын күреп, ағалары ҡустыларын шул тиклем һөйһөнмәне, хатта уның менән йүнләп һөйләшә лә алманы.


Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне. – Мин йәнә бер төш күрҙем: имеш, ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, – тине ул.


– Юҡ, хакимым! – тине улар. – Беҙ, ҡолдарың, ризыҡ алырға килдек.


Шунда Йәһүҙә Йософ янына килеп былай тине: – Хакимым! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, хакимым. Һин үҙең дә фирғәүен менән бер бит!


Атайыңдың хәйер-доғаһы мәңгелек тауҙар, Мәңгелек ҡалҡыулыҡтарҙан да артығыраҡ. Был бәрәкәттәрҙең һәммәһе Йософ өлөшөнә төшһөн, Туғандары араһында иң өҫтөн торғанына насип итһен!


Шунан туғандары килеп, уның алдында ергә ҡапланды: – Бына беҙ һинең ҡолдарың! – тинеләр.


Хурлыҡ һәм кәмһетеүҙәрҙе өҫтөмдән ал, Сөнки күрһәтмәләреңде ғәмәлгә ашырам.


– Кем һине беҙҙең өҫтән түрә һәм хөкөмдар итеп ҡуйҙы? Әллә мине лә, теге мысыр кешеһен үлтергән шикелле, үлтерергә итәһеңме? – тине теге. Муса ҡурҡыуға ҡалды: «Минең нимә эшләгәнем билдәле булғандыр, ахыры», – тип уйланы.


Халыҡ иһә уны яратмаған һәм: «Беҙ уның батшалыҡ итеүен теләмәйбеҙ», – тип, артынса уҡ илселәр ебәргән.


Ғайса уларға текләп ҡараны ла былай тине: – Изге Яҙмалағы: «Төҙөүселәр яраҡһыҙ тип ташлаған таш иң мөһим мөйөш ташы булды», – тип яҙылған һүҙҙәр нимә аңлата һуң?


«Һине беҙҙең өҫтән етәксе һәм хөкөмдар итеп кем ҡуйҙы?» – тип исраилдар кире ҡаҡҡан ана шул Мусаны Алла күгән ҡыуағында күренгән фәрештә арҡылы башлыҡ һәм ҡотҡарыусы итеп ебәргән дә инде.


Ер үҫтергән иң затлы уңыш менән фатихалаһын. Дөрләп янған ҡыуаҡта Күренгәндең Рәхмәт-мәрхәмәте менән фатихаланһын! Былар барыһы ла Йософтоң башына, Ағалары араһынан һайлап алынғандың түбәһенә яуһын.


Ә Алла Улын аяҡ аҫтына һалып тапаған һәм ҡасандыр үҙе изгеләнгән килешеү ҡанын мыҫҡыл итеп мәрхәмәт Рухын кәмһеткән кеше, һеҙҙеңсә, ни ҡәҙәр ҡаты язаға лайыҡ?


Ләкин ҡайһы бер алама кешеләр: – Шул беҙҙе ҡотҡара алыр тиһеңме? – тип Шаулды һанға һуҡманы һәм уға бүләктәр килтермәне. Әммә Шаул быны ишетмәмешкә һалышты.


Өлкән ағаһы Әлиавтың, Дауыттың кешеләр менән һөйләшеп торғанын ишетеп, асыуы ҡабарҙы. – Нишләп килдең бында? Ҡырҙағы аҙ ғына ҡуйҙы кемгә ышанып ҡалдырҙың? Тәкәбберлегеңде, күңелеңдең боҙоҡлоғон беләм мин. Бында һин алыш ҡарарға килгәнһең, – тип әрләп ташланы.


Быға Шаулдың йәне көйҙө. Һарыуы ҡайнап: «Дауытҡа ун меңде, ә миңә меңде генә бирәләр. Уның хәҙер тик батшалығы ғына юҡ», – тип уйланы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan