Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 37:28 - Изге Яҙма

28 Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

28 Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

28 Мидйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто һыу соҡоронан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 37:28
25 Iomraidhean Croise  

Унан Зимран, Йоҡшан, Медан, Мидйән, Йишбаҡ, Шуах исемле улдары тыуҙы.


Ашарға ғына ултырғайнылар, Ғилғәд яғынан Исмәғил ырыуының сауҙагәрҙәр каруаны килгәне күренде – уларҙың дөйәләре Мысырға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, бәлзәм алып китеп бара ине.


Ә Мидйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға – фирғәүендең һарай хеҙмәтсеһенә, һаҡсылар башлығына – һатып ебәрҙеләр.


Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил кешеләренән фирғәүендең һанаты, һарай һаҡсылары башлығы Потифар һатып алды.


Мине ғивриҙәр еренән урлап алып килделәр. Бында ла зинданға бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем!


Аталары үлгәндән һуң, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?»


Ер ярылды ла Даҫанды йотто, Авирамды, уның яҡлыларҙы упты.


Йә Раббы, күк ғәскәрҙәре Аллаһы, тыңла, Доғама ҡолаҡ һал, эй Яҡуп Аллаһы! Села


Мидйән ҡаһинының ете ҡыҙы бар ине. Бына улар ҡоҙоҡтан һыу килеп алды ла тағараҡтарға тултырҙы – аталарының һарыҡ-кәзәләрен эсермәксе булды.


Кеше урлап һатҡан йәки урланған кешене йәшереп тотҡан һәр кем үлтерелергә тейеш.


Дөйә көтөүҙәре, Мидйән менән Ғефаның йәш дөйәләре Ерҙәреңә килеп тулыр. Бөтә Шева халҡы килер, Алтын һәм ладан килтерер, Раббыға маҡтау яуҙырыр.


Йермеяһты арҡан менән һыу соҡоронан һөйрәп сығарҙылар. Шулай итеп, Йермеяһ һаҡсылар ихатаһында ҡалды.


Биш йәштән егерме йәшкә тиклемге ир заты өсөн – егерме, ҡатын-ҡыҙ өсөн ун шекел тейеш.


Мидйән ҡатынының исеме иһә Козби, ул мидйән ҡәбиләһе башлығы Сурҙың ҡыҙы ине.


– Мидйәндәр менән дошманлашығыҙ, ҡырығыҙ!


– Әгәр һеҙгә Ғайсаны тотторһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны. Улар Йәһүҙәгә утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе.


Шулай итеп, Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты: «Улар Исраил кешеләре тарафынан Уның өсөн билдәләнгән хаҡты – утыҙ көмөш тәңкәне алды,


Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, көнләшеп, Йософто Мысырға һатып ебәргән. Әммә Алла уның менән булған,


Исраилдар Гидғонға: – Беҙгә хакимлыҡ ит, артабан һинең улың, унан улыңдың улы хакимлыҡ итер, сөнки һин беҙҙе мидйәндәр ҡулынан ҡотҡарҙың, – тине.


Шунан: – Бер генә нәмә һорайым, һәр берегеҙ миңә үҙ яумалығыҙҙан берәр һырға бирһен, – тине. Сөнки дошмандары – исмәғилдәр – алтын һырға тағып йөрөй ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan