18 Хамор менән Шәхәм был шартҡа күнде.
Әгәр инде беҙҙе тыңламаһағыҙ, сөннәткә ултырмаһағыҙ, һеңлебеҙҙе алабыҙ ҙа бынан китәбеҙ.
Йәш егет был эште һуҙып торманы, сөнки Яҡуптың ҡыҙын шул тиклем ярата ине. Ә ул атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше ине.
Йософҡа ағайҙарының килеүе тураһында фирғәүен һарайына ла барып ишетелде. Фирғәүен дә, уның һарай әһелдәре лә был хәбәрҙе хуш күреп ҡабул итте.