Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 30:39 - Изге Яҙма

39 Малдар ҡасҡан саҡта ошо аҡлы-ҡаралы ботаҡтарға ҡарайҙар ҙа уларҙың бәрәстәре буйлы, ала һәм аҡ төрткөлө булып тыуа ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

39 Малдар ҡасҡан саҡта ошо аҡлы-ҡаралы ботаҡтарға ҡарайҙар ҙа уларҙың бәрәстәре буйлы, ала һәм аҡ төрткөлө булып тыуа ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

39 Малдар ҡасҡан саҡта ошо аҡлы-ҡаралы ботаҡтарға ҡарайҙар ҙа уларҙың бәрәстәре буйлы, ала һәм аҡ төрткөлө булып тыуа ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 30:39
8 Iomraidhean Croise  

Ҡабығы һыҙырылған ботаҡтарҙы ул ялғаштарға һалды – һыу эсергә килгәндә малдар ошо ботаҡтарға ҡараһын өсөн эшләне быны. Сөнки кәзә-һарыҡ тап ошо ваҡытта ҡаса.


Ә Яҡуп һарыҡтарҙы айыра ла Лаван көтөүендәге буйлы һәм ҡара малдарға ҡаратып ҡуйыр булды. Хәҙер Яҡуптың үҙ көтөүҙәре барлыҡҡа килде, уларҙы Лавандың көтөүҙәренән айырым тотто.


Һиңә егерме йыл эшләнем, мин барҙа бер кәзәң дә, бер һарығың да бәрәс һалманы. Хатта көтөүеңдәге бер һарыҡ тәкәһен дә һуйып ашаманым.


Көндөҙ эҫенән, төндә һыуыҡтан йонсоном, күҙ ҙә йомманым.


Әгәр ҙә мәгәр атамдың Аллаһы – Ибраһим Аллаһы һәм Исхаҡ ҡурҡып-тетрәнеп торған Алла минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.


Әгәр атайығыҙ миңә: «Һиңә ала малдар менән түләйем», – тиһә, бөтә мал ала булып тыуҙы. «Һиңә буйлы мал менән түләйем», – тиһә, барлыҡ бәрәстәр буйлы булып тыуҙы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan