Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 30:27 - Изге Яҙма

27 – Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

27 – Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

27 – Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 30:27
25 Iomraidhean Croise  

Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.


– Эй хакимым, әгәр күңелеңә хуш килһәм, мин ҡолоң эргәһенән үтеп китмәһәң ине.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?


– Кешеләремдең бер нисәһен һинең менән ҡалдырайым, – тип тәҡдим итте Ғаяз. – Кәрәкмәҫ ул, – тип яуапланы Яҡуп. – Һинең мине яҡшы ҡабул итеүең үҙе еткән.


Ә Шәхәм үҙе Динәнең атаһы менән ағаларына былай тине: – Әгәр күңелегеҙгә хуш килһәм, мин һеҙгә нимә һораһағыҙ ҙа бирергә әҙермен!


Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған туҫтаҡ түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», – тип әйт.


– Һин беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙың! – тине Мысыр кешеләре. – Һин хакимыбыҙҙың күңеленә хуш килеп, фирғәүенгә ҡол булып йәшәйек.


Раббы һандығы өс ай буйы Ғовед-Эдом йортонда торҙо һәм Раббы Ғовед-Эдомға, уның бөтә ғаиләһенә Үҙенең бәрәкәтен бирҙе.


Һадад фирғәүендең хөрмәтен ҡаҙана. Шуға күрә Мысыр батшаһы уны үҙенең ҡатыны Тахпенестың һеңлеһенә өйләндерә.


Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.


батшаға: – Батшам күңеленә хуш килеп, мин ҡолоңдо үҙеңдең илтифатыңа лайыҡ итһәң, мине Йәһүҙәгә, ата-бабаларымдың ҡәберҙәре ятҡан ҡалаға ебәрһәң ине. Мин уны төҙөкләндерер инем, – тип яуап ҡайтарҙым.


Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.


Мин шулай итермен: мысырҙарҙа һеҙгә ҡарата миһырбан тойғоһо уятырмын. Унан буш ҡул менән китмәҫһегеҙ.


Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».


Тоҡомдары ҡәүемдәр араһында мәшһүр булыр, Заттары халыҡтар араһында танылыр. Уларҙы күргән һәммәһе аңлар: Был – Раббы фатихалаған халыҡ».


Раббы былай ти: «Йөҙөм тәлгәшендә һут булғанда: „Әрәм итеп ҡуйма, унда бәрәкәт бар“, – тиҙәр. Ҡолдарым хаҡына Мин дә шулай эшләрмен, Уларҙың һәммәһен дә һәләк итмәм.


Алла Даниилға хеҙмәтселәр башлығының ыңғай ҡарашын һәм илтифатын ҡылды,


Муса Раббыға былай тине: – Мин ҡолоңдо ниңә ыҙалатаһың? Ниңә Һин мине хуш күрмәйһең, ниңә был халыҡтың бөтә ауырлығын минең иңемә һалаһың?


Әгәр артабан да минең менән ошолай эшләргә теләһәң, шәфҡәт ҡылсы, ниндәй бәләгә тарығанымды күргәнсе, мине үлтереүең яҡшыраҡ булмаҫмы?


уны барлыҡ бәләләренән ҡотҡарып торған. Алла, Йософҡа зирәк аҡыл биреп, уға Мысыр батшаһы фирғәүендең яҡшы мөнәсәбәтен яуларға мөмкинлек биргән. Фирғәүен уны тотош Мысырға һәм үҙенең һарайына идарасы итеп ҡуйған.


Рут: – Миңә ҡарата рәхимлеһең, әфәндем. Һинең хеҙмәтсе ҡатындарың араһынан булмаһам да, мин ҡолоңдо тынысландырҙың, яғымлы һүҙҙәрең менән күңелемде йыуаттың, – тине.


Ә Ишайға: «Дауыт миндә хеҙмәттә ҡалһын. Уны бик хушһындым», – тип хәбәр ебәрҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan