Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 3:20 - Изге Яҙма

20 Әҙәм ҡатынына Һауа тип исем бирҙе, сөнки ул бөтә әҙәм балаларының әсәһе булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

20 Әҙәм ҡатынына Һауа тип исем бирҙе, сөнки ул бөтә әҙәм балаларының әсәһе булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

20 Әҙәм ҡатынына Һауа тип исем бирҙе, сөнки ул бөтә әҙәм балаларының әсәһе булды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 3:20
14 Iomraidhean Croise  

Раббы фәрештәһе уға тағы шуны әйтте: – Әле һин ауырлыһың, улың булыр. Уға Исмәғил тип исем ҡушырһың, сөнки һинең хәсрәтеңде Раббы Үҙе ишетте.


Кеше бөтә мал-тыуарға, барлыҡ ҡоштарға һәм ҡыр йәнлектәренә исем бирҙе; әммә кешегә яраҡлы ярҙамсы табылманы.


Әҙәм әйтте: – Бына был һөйәк – минең һөйәгемдән, Ите – минең итемдән. «Ҡатын» тип аталасаҡ ул, Сөнки ирҙән алынды.


Раббы Алла, тиренән кейем-һалым эшләп, Әҙәм һәм уның ҡатынын кейендерҙе.


Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бен-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө – Бинйәмин тип атаны.


Ләмәх уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Раббы ҡәһәрләгән тупраҡты эшкәртеп ҡулдарыбыҙ талсыҡҡанда, ул беҙгә йыуаныс бирер», – тине.


Бала ҙурайғас, уны фирғәүен ҡыҙына алып килеп бирҙе. Уны фирғәүен ҡыҙы улы һымаҡ күрҙе, Муса тип исем ҡушты. – Мин уны һыуҙан тартып сығарҙым, – тине.


Мәрйәм Ир Бала табыр һәм һин Уға Ғайса тип исем ҡушырһың, сөнки Ул Үҙенең халҡын гонаһтарҙан ҡотҡарасаҡ.


«Бына, ғиффәтле ҡыҙ ауырға ҡалып бер улан табыр. Уға Ғиммануил тип исем ҡушырҙар», – тигән һүҙҙәре ғәмәлгә ашһын өсөн булды. «Ғиммануил» «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата.


Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, Ул бер әҙәмдән тотош кешелекте барлыҡҡа килтерҙе, барыһына ла ваҡыт һәм йәшәү урындарының сиктәрен билдәләне.


Әммә хәүефем бар: йылан Һауаны хәйләһе менән алдаған кеүек, һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙ ҙә, Мәсихкә ҡарата ихласлыҡтан һәм сафлыҡтан нисектер тайпылып, боҙолоп ҡуймаһын ине.


Тәүҙә бит Әҙәм, унан Һауа яратылған.


Ханна ауырға ҡалды һәм, мәле еткәс, ир бала тапты. «Мин уны Раббынан һорап алдым», – тип, Шемуил тигән исем ҡушты.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan