Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 28:14 - Изге Яҙма

14 Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

14 Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

14 Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 28:14
26 Iomraidhean Croise  

Һиңә берәү фатихаһын бирһә, Мин дә уға фатихамды бирермен! Һине ҡәһәрләгәнде ҡәһәрләрмен! Ер йөҙөндәге барса халыҡтар Һинең аша фатиха аласаҡ.


Лут айырылып киткәс, Раббы Ибрамға былай тине: – Үҙең баҫып торған урындан күҙеңде күтәреп баҡ: төньяҡҡа ла, көньяҡҡа ла, көнсығышҡа ла, көнбайышҡа ла ҡара.


Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.


Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Ысынлап та Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Мине тыңлағаның өсөн Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Тоҡомоң аша фатиха алыр».


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Эй Раббым, Мин һиңә игелек ҡылырмын, тоҡомоңдо диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы ишәйтермен, тип вәғәҙә иткәйнең бит!


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


Әммә Исраил баш тартты: – Беләм, – тине, – беләм мин, улым. Менашшеның тоҡомонан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп халыҡтарға башланғыс һалыр.


Атайым Дауытҡа биргән вәғәҙәң артабан да үтәлә күрһен, Раббым Аллам. Һин мине ерҙәге туҙан һымаҡ күп һанлы халыҡ өҫтөнән батша итеп ҡуйҙың.


Тик Алланың Изге торлағына ингәс кенә Ахырҙары ниндәй буласағын төшөндөм.


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.


Ҡом бөртөгөләй күмәк Яҡуп нәҫелен кем һанап сығыр? Исраилдың дүртенсе өлөшөн кем иҫәпләй алыр? Үлһәм ине намыҫлылар үлеме менән, Ахырым уларҙыҡылай булһа ине!»


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр.


Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатиха алыр», – тип, аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ.


Вәғәҙәләр Ибраһимға һәм уның тоҡомона бирелгән. Әйткәндәй, Изге Яҙмала «тоҡомонан» тип күптәр тураһында түгел, ә уның тоҡомонан булған Берәү тураһында әйтелгән. Һүҙ Мәсих хаҡында бара.


Изге Яҙмала Алланың бүтән халыҡтарҙы имандары аша аҡлаясағы алдан әйтелгәйне, Ибраһимға: «Бөтә халыҡтар һинең аша фатиха алыр», – тигән Һөйөнөслө Хәбәр белдерелде.


Беҙҙе күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән Мәсихтә фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.


Аллағыҙ Раббы, Үҙе вәғәҙә иткәнсә, йәшәр ерегеҙҙе киңәйткәс, ит ашағығыҙ килеп: «Ит ашайым әле», – тип әйтһәгеҙ, һеҙ уны йәнегеҙ теләгәнсә ашай алырһығыҙ.


Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.


Мин мисәт һуғылған кешеләрҙең һанын ишеттем. Йөҙ ҙә ҡырҡ дүрт мең кешегә мисәт һуғылғайны; улар бөтә Исраил ырыуҙары араһынан ине:


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan