Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 27:43 - Изге Яҙма

43 Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харанға ҡас.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

43 Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харанға ҡас.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

43 Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харанға ҡас.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 27:43
14 Iomraidhean Croise  

Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡәнғән еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты, Һарандың улын, Ибрамдың ҡатынын – килене Сараяны алды. Харанға еткәс, шунда төпләнеп ҡалдылар.


Рабиғаның Лаван тигән ағаһы бар ине. Һеңлеһендә алҡа менән беләҙектәрҙе күргәс, Рабиға теге кешенең нимә тураһында һөйләгәндәрен дә әйткәс, ҡоҙоҡ янына ашыҡты. Ибраһимдың хеҙмәтсеһе эргәһенә килде – ул дөйәләре менән һаман ҡоҙоҡ эргәһендә тора ине.


Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.


Әммә әсәһе былай тине: – Төшһә, был ҡәһәр миңә төшһөн, улым. Һин минең һүҙемде тыңла ла әйткәнемде эшлә.


Әммә Рабиғаға өлкән улының уйын еткерҙеләр. Ул Яҡупты, кесе улын, үҙ янына саҡыртып алды ла былай тине: – Ағайың Ғаяз һине үлтерергә итә.


Хәҙер, улым, мине тыңла: ни эшләргә кәрәклеген әйтәм.


Яҡуп, Беер-Шәвәғтән китеп, Харанға табан юл алды.


Исхаҡ улы менән хушлашты, Яҡуп Паддан-Арамға арами Беҫуилдың улы Лаванға китте. Лаван Яҡуп менән Ғаяздың әсәһе Рабиғаның ағаһы ине.


һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте.


Алла Яҡупҡа былай тине: – Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында Уға ҡорбан усағы эшлә.


Атаһына мыҫҡыллы ҡараған, әсәһен һанға һуҡмағандың күҙен ялан ҡоҙғоно суҡыр, бөркөт балалары тамаҡлар.


Рехав улы Йонадав үҙенең нәҫеленә шарап эсмәҫкә бойорҙо, бойороғо үтәлә. Улар ошо көнгә тиклем эсмәй, сөнки аталарының ҡушҡанын тота. Ә Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат әйткән булһам да, һеҙ Мине тыңламанығыҙ.


Петрус һәм бүтән илселәр: – Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға тейешбеҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan