Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 27:24 - Изге Яҙма

24 – Һин ысынлап та улым Ғаязмы? – тип һораны. – Эйе, мин, атай, – тине тегеһе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

24 – Һин ысынлап та улым Ғаязмы? – тип һораны. – Эйе, мин, атай, – тине тегеһе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

24 – Һин ысынлап та улым Ғаязмы? – тип һораны. – Эйе, мин, атай, – тине тегеһе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 27:24
16 Iomraidhean Croise  

Яҡуптың ҡулдары Ғаяздыҡы кеүек йөнтәҫ булғанлыҡтан, уны таныманы, фатихаһын бирә башлап:


– Һыйыңды бир, улым, ашайым да һине фатихалайым. Яҡуп атаһына ашарға һыйын, эсергә шарабын бирҙе. Исхаҡ ашаны-эсте.


– Нимә булды? – тип һораны батша. – Мин тол ҡатын, ирем үлде, – тине ҡатын. –


Быға ҡаршы ҡарт: – Мин дә һинең кеүек пәйғәмбәрмен, – тип яуапланы. – Фәрештә миңә Раббының ошо һүҙҙәрен еткерҙе: «Уны өйөңә алып ҡайт, тамағына ашаһын, һыу эсһен», – тине. Ул шулай тип алданы.


Сөнки гонаһың ҡоторта ауыҙыңды, Хәйләкәрҙәр теле менән һөйләшәһең.


Хаҡ һүҙҙең ғүмере – мәңгелек, ялғандың ғүмере – бер күҙ асып йомған ара.


Ялғансы тел Раббы өсөн ерәнгес, намыҫлы эш иткәндәрҙе Ул күркәм күрә.


алдаҡ менән юҡ-бар һүҙҙе яҡын юлатма, хәйерселек тә, байлыҡ та бирмә миңә, миңә көндәлек икмәгемде бир.


Былай итегеҙ: һәр кем үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен. Ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанда хөкөм ҡылғанда ғәҙеллеккә һәм именлеккә ынтылығыҙ.


Беҙ бер тәндең ағзалары булғанға күрә, һәр кем, ялғанды кире ҡағып, үҙ яҡынына дөрөҫөн һөйләһен.


Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән үҙегеҙҙән, кейемегеҙҙе сискәндәй, элекке кешене сисеп ташланығыҙ


Ул бөтәһе алдында йөҙөн үҙгәртеп, диуана булып ҡыланды, ҡапҡа-ишектәрҙе тырнап, һаҡалына шайығын ағыҙып йөрөнө.


– Батша миңә бер йомош ҡушты, – тип яуапланы Дауыт Ахимәләх ҡаһинға. – «Һине ни өсөн ебәргәнемде, ни бойорғанымды бер кем дә белмәһен», – тине. Шуға күрә егеттәремде билдәле урында ҡалдырҙым.


Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan