Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 26:24 - Изге Яҙма

24 Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

24 Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 26:24
41 Iomraidhean Croise  

Тоҡомоңдо ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Ибраһим хеҙмәтселәрен ҡалдырған урынға кире килде. Улар менән бергә ҡайтыр юлға сығып, Беер-Шәвәғкә йүнәлде һәм шунда төйәкләнде.


Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине: – Йә Раббы, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Бөгөн юлымды хәйерле ит, хужамды ярҙамыңдан ҡалдырма!


Унда торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш: – Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм тоҡомоңа бирәм.


Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын – кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине ташламам.


Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен.


– Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.


һәм уларға былай тине: – Күреп торам: атайығыҙҙың миңә мөнәсәбәте элекке кеүек түгел. Әммә атайымдың Аллаһы минең менән.


Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.


Исраил, бөтә мөлкәтен йыйып алып, юлға сыҡты. Беер-Шәвәғкә килеп еткәс, ул атаһы Исхаҡтың Аллаһына бағышлап ҡорбан салды.


– Ҡурҡма, – тине Ильяс уға. – Бар, уйлағаныңды эшлә. Тик иң элек миңә бәләкәс кенә көлсә бешереп алып кил. Улың менән үҙеңә һуңыраҡ бешерерһең.


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Һине яратҡан, Әсә ҡарынында рәүеш биргән, Һинең ярҙамсың булған Раббы былай ти: „Ҡурҡма, эй ҡолом Яҡуп, Үҙем һайлап алған Йешурун!


«Һеҙҙе йыуатыусы Мин генә, Мин! – ти Раббы. – Ниңә һеҙ фани кешенән – Үләндәй һулыған әҙәм балаһынан ҡурҡаһығыҙ?


Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.


Саҡырған сағымда яҡын килеп, «Ҡурҡма!» – тип тынысландырҙың.


шул саҡта Мин дә, Яҡуп менән, Исхаҡ һәм Ибраһим менән төҙөшкән килешеүемде һәм уларға вәғәҙә иткән был ерҙе иҫемә төшөрөрмөн.


Улар хаҡына башҡа ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Аллалары булыр өсөн Мысыр еренән алып сыҡҡан ата-бабалары менән төҙөгән килешеүемде иҫкә төшөрөрмөн. Мин – Раббы.


«Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуп Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләрҙең түгел, ә тереләрҙең Аллаһы.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


«Мин һинең ата-бабаларыңдың Аллаһы – Ибраһимдың, Исхаҡтың һәм Яҡуптың Аллаһымын». Муса, ҡурҡыуынан ҡалтыранып, күтәрелеп ҡарарға ла батырсылыҡ итмәгән.


Юҡ ителергә тейеш булған әйберҙәрҙән үҙеңә бер нәмә лә алма. Шул саҡта Раббының ялҡынлы асыуы баҫылыр, һиңә миһырбанын күрһәтер, рәхимле булыр һәм, ата-бабаларығыҙға ант итеп әйткәненсә, халҡыңды ишле итер.


Ныҡ һәм ғәйрәтле булығыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушап ҡалмағыҙ, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙе һеҙҙең менән бара – Ул һеҙҙе яңғыҙ ҡалдырмаҫ, ташлап китмәҫ.


Әммә улар яҡшыраҡҡа – күктәге төйәгенә ынтыла. Шуға ла Алла уларҙың Аллаһы тип аталыуҙан оялмай – улар өсөн ҡала әҙерләне.


Шулай булғас, беҙ ҡыйыу рәүештә: «Раббым – минең Ярҙамсым, шуға ла ҡурҡмайым. Әҙәм миңә нимә ҡыла ала?» – тип әйтә алабыҙ.


Мин, Уны күргәс, үле һымаҡ аяҡтарына йығылдым. Ә Ул уң ҡулын миңә ҡуйҙы ла былай тине: – Ҡурҡма! Мин – Тәүге һәм Һуңғы,


Ҡурҡма, ҡыҙым, нимә һораһаң, шуның бөтәһен дә эшләрмен. Ҡалабыҙҙың бар халҡы белә: һин хөрмәткә лайыҡлы ҡатынһың.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan