Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 24:7 - Изге Яҙма

7 Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

7 Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

7 Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 24:7
39 Iomraidhean Croise  

Алдыңда йәйрәп ятҡан ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк тоҡомдарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен.


Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине: – Мысыр йылғаһынан алып бөйөк Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе – ҡыниҙар, ҡынизиҙар, ҡадмониҙар, хиттиҙәр, перизиҙәр, рефалар, әмөриҙәр, ҡәнғәниҙәр, гиргашиҙәр һәм йевусиҙәрҙең бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәсәкмен.


Раббы фәрештәһе Хәжәрҙе Шурға илткән юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты.


Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо Ҡәнғән ерҙәрен Мин һиңә һәм тоҡомоңа мәңгелек милек итеп бирермен. Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте.


Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.


күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улым Исхаҡҡа мин араларында йәшәгән Ҡәнғән иле ҡыҙҙарынан ҡатын алдырма!


Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул фәрештәһен һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, – тине. – Улыма ҡатынды үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан, атам йортонан алып ҡайтырһың.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты.


Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.


Бөтөн донъя тетрәнһен Раббынан, Ер йөҙөндә йәшәгәндәр Уның алдында ҡалтырап торһон.


Сөнки нахаҡҡа миңә тоҙаҡ ҡорҙолар; Һис ғәйепһеҙ йәнемә соҡор ҡаҙҙылар.


Раббы һеҙҙе ҡәнғәниҙәр, хиттиҙәр, әмөриҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр иленә, ата-бабаларығыҙға бирергә ант иткән һөт һәм бал ағып ятҡан ергә, алып килгәс, авив айында бына ошо йоланы үтәгеҙ:


Ҡолдарың Ибраһимды, Исхаҡты һәм Исраилды иҫеңә төшөр. Һин уларға: «Тоҡомоғоҙҙо күктәге йондоҙҙар һымаҡ күп итәм, вәғәҙә иткән ерҙе вариҫтарығыҙға мәңгелек биләмәгә бирәм», – тип Үҙең менән ант иткәйнең.


Алдыңдан Үҙемдең фәрештәмде ебәрәм, ҡәнғәниҙәрҙе, әмөриҙәрҙе, хиттиҙәрҙе, перизиҙәрҙе, хиууиҙәрҙе һәм йевусиҙәрҙе ҡыуып таратам.


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


– Мин ғивримен, – тип яуап ҡайтарҙы Юныс. – Мин диңгеҙ менән ҡоро ерҙе бар иткән Күк Аллаһы Раббыға табынам.


Был халыҡты ҡарынымда мин йөрөткәнме лә мин тыуҙырғанмы? Бағыусы сабый баланы йөрөткәндәй ҡулыма алып, уны Һин ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә илтергә ниңә ҡушаһың миңә?


«Раббы Үҙе ант менән вәғәҙә иткән еренә был халыҡты индерә алманы, шуға күрә уны сүллектә ҡырҙы», – тиер.


Мин ҡулымды күтәреп һеҙҙе йәшәтергә ант иткән ергә Йефунне улы Калев менән Нун улы Йушағтан башҡа бер кемде лә индермәм.


Ул: «Мысырҙан сыҡҡан был кешеләрҙең егерме йәше тулғандары һәм унан өлкәндәре Мин ант итеп Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм дә Яҡупҡа вәғәҙә иткән ерҙе күрмәйәсәк, сөнки улар Миңә ысын күңелдән эйәрмәне.


Бында уға аҫабалыҡ та, аяҡ баҫыр ер ҙә бирмәгән, ләкин, ул ваҡытта әле Ибраһимдың балалары булмаһа ла, уға һәм уның киләсәк быуындарына был ерҙе милек итеп бирергә вәғәҙә иткән.


Бына, Мин был ерҙәрҙе һеҙгә тапшырам. Барығыҙ, Раббы ата-бабаларығыҙға – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа һәм уларҙың тоҡомона бирергә ант менән вәғәҙә иткән ерҙе биләмә итеп алығыҙ!»


Шунан Раббы Мусаға: – Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «һинең тоҡомоңа бирәсәкмен», тип ант итеп әйткән ер ошо. Уны үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкинлек бирҙем, ләкин унда инмәйәсәкһең, – тине.


Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?


Иман менән ул үҙенә вәғәҙә ителгән ергә килеп урынлашып, килмешәк булып сатырҙа йәшәй. Уның кеүек, Исхаҡ менән Яҡуп та сатырҙа йәшәй. Улар ҙа уның менән бергә Алла вәғәҙә иткәнде алырға тейеш була.


Ныҡ һәм ҡыйыу бул, сөнки Мин ата-бабаларына бирергә вәғәҙә иткән был ерҙе Исраил халҡына биләмә итеп һин бирерһең.


Әммә Мин һеҙҙең тәүатағыҙ Ибраһимды йылғаның аръяғынан алып сыҡтым. Уны оҙаҡ йөрөттөм – ул тотош Ҡәнғән илен урап сыҡты. Мин уның тоҡомон күбәйттем. Мин уға улы Исхаҡты бүләк иттем.


Шул уҡ мәлдә бик көслө итеп ер тетрәне, ҡаланың ундан бер өлөшө емерелде, ер тетрәүҙән ете мең кеше үлде, ә ҡалғандары, бик ныҡ ҡурҡып, Күк Аллаһын данланы.


Раббы фәрештәһе Гилгалдан Бохимға килде лә уларға Раббы һүҙен еткерҙе: – Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡтым, ата-бабаларығыҙға ант итеп вәғәҙә биргән ергә килтерҙем. Уларға: «Мин һеҙҙең менән төҙөгән килешеүемде мәңге боҙмам,


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan