Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 24:15 - Изге Яҙма

15 Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

15 Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

15 Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 24:15
22 Iomraidhean Croise  

Бына Терахтың нәҫел шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Һаран тигән улдары булды. Һарандың Лут исемле улы тыуҙы.


Ибрам менән Нахор өйләнде: Ибрамдың ҡатынының исеме Сарая, ә Нахорҙың ҡатыны Милка исемле ине. Милка менән Иска Һарандың ҡыҙҙары ине.


Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.


Уларҙың ҡайһыһы: «Көршәгеңдән һыу эсергә рөхсәт итһәңсе», – тип әйтеүемә: «Эс. Ҡана, мин дөйәләреңде лә һуғарайым», – тип яуап бирә, шул ҡыҙ ҡолоң Исхаҡҡа Һин насип иткән ҡатын булыр. Хужама Һин күрһәткән мәрхәмәттең билдәһе шул булһын!


– Мин Милка менән Нахорҙың улы Беҫуилдың ҡыҙы булам, – тип яуап бирҙе ҡыҙ. –


Шулай тип доға ҡылырға ла өлгөрмәнем, яурынына көршәген ултыртып, Рабиға инешкә төштө лә һыу һирпеп алды. Мин унан, һыу эсер әле, тип һораным.


Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.


Ул: – Һеҙ Нахор улы Лаванды белмәйһегеҙме? – тип һораны. – Беләбеҙ, – тинеләр.


Улар һөйләшкән арала атаһының ваҡ мал көтөүе менән Рәхилә лә килеп етте. Ул һарыҡ көтә ине.


Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар, Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар. Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып, Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар.


Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!


Мидйән ҡаһинының ете ҡыҙы бар ине. Бына улар ҡоҙоҡтан һыу килеп алды ла тағараҡтарға тултырҙы – аталарының һарыҡ-кәзәләрен эсермәксе булды.


Өй эштәрен гел күҙәтеп тора, ялҡаулыҡтың ни икәнен белмәй.


Ул саҡта Раббыға өндәшерһең – Ул һиңә яуап ҡайтарыр; Ярҙам һорап саҡырырһың, Ул: „Мин бындамын“, – тип әйтер. Башҡаларға кейҙергән ҡалыпты емереп ташлаһаң, Бармаҡ төртөп яла яғыуҙан туҡтаһаң;


Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.


Рут кискә тиклем башаҡ сүпләне. Йыйғанын һуғып алғас, бер эфа тирәһе арпа сыҡты.


Бер көндө Моав ҡыҙы Рут Ноғомиға: – Рөхсәт итһәң, мин, баҫыуға сығып, берәй мәрхәмәтле кеше артынан башаҡ йыйып ҡайтыр инем, – тине. – Бар, ҡыҙым, – тине Ноғоми.


Ҡалаға күтәрелгәндә, һыу алырға сыҡҡан ҡыҙҙарҙы осраттылар. Уларҙан: – Әүлиә бындамы? – тип һоранылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan