Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 23:16 - Изге Яҙма

16 Ибраһим, Ғәфрон ҡуйған хаҡ менән килешеп, хитти халҡы алдында сауҙагәрҙәр араһында йөрөгән ауырлыҡ үлсәме буйынса, дүрт йөҙ шекел көмөш үлсәп бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

16 Ибраһим Ғәфрон ҡуйған хаҡ менән килешеп, хитти халҡы алдында сауҙагәрҙәр араһында йөрөгән ауырлыҡ үлсәме буйынса дүрт йөҙ шекел көмөш үлсәп бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

16 Ибраһим, Ғәфрон ҡуйған хаҡ менән килешеп, хитти халҡы алдында сауҙагәрҙәр араһында йөрөгән ауырлыҡ үлсәме буйынса, дүрт йөҙ шекел көмөш үлсәп бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 23:16
18 Iomraidhean Croise  

– Әфәндем, ерҙең хаҡы – дүрт йөҙ шекел көмөш, – тине. – Һинең менән миңә нимә генә инде был? Әйҙә, мәрхүмәңде ерләй күр.


Ә кире ҡайтып барғанда, төндә ял итергә туҡтағас, тоҡтарыбыҙҙы асҡайныҡ, һәр беребеҙҙең тоғонда ашлыҡ өсөн күпме түләгән булһаҡ, шул саҡлы көмөш ятҡанын күрҙек. Беҙ ул көмөштө кире алып килдек.


Яҡуп, улдарына васыят әйтеп, былай тип бойорҙо: – Оҙаҡламай мин үлеп, ата-бабаларыма ҡушылырмын. Мине ата-бабаларым янына, хитти Ғәфрон баҫыуындағы мәмерйәлә ерләгеҙ.


уны Ҡәнғәнгә алып ҡайтып, Мамре ҡаршыһындағы Махпела баҫыуында булған мәмерйәлә дәфен ҡылдылар. Был мәмерйәне Ибраһим хитти Ғәфрондан зыярат урыны итеп баҫыуы менән бергә һатып алғайны.


Сәсен алдырған саҡта – ә уны йыл да алдырырға тура килә ине, сөнки сәсе башын баҫа башлай – алынған сәсе батша үлсәме менән ике йөҙ шекел тарта торғайны.


Әммә батша Араунаға: – Юҡ, мин һиңә бөтәһе өсөн дә тулы хаҡын түләйем, Аллам Раббыға бушҡа алғанды ҡорбан итә алмайым, – тип яуап ҡайтарҙы. Дауыт ырҙын менән үгеҙҙәрҙе илле шекел көмөшкә һатып алды.


Уны саф алтын түләп тә алып булмаҫ, Ҡиммәте көмөш менән дә үлсәнмәҫ.


Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа.


Был хаҡта һатып алыу ҡағыҙы яҙып мөһөр баҫтым һәм, шаһиттар саҡырып, көмөштө үлсәп бирҙем.


Туғаным Ханамилдан Ғанаҫоҫтағы баҫыуҙы һатып алып, уға ун ете көмөш түләнем.


Бер шекел егерме гераға бәрәбәр булһын. Егерме шекел, егерме биш шекел, ун биш шекел йәмғеһе бер мина тәшкил итергә тейеш.


Уларға: – Кәрәк тапһағыҙ, хеҙмәт хаҡымды бирегеҙ, тапмаһағыҙ, бирмәгеҙ, – тинем. Улар миңә утыҙ көмөш үлсәп бирҙе.


Бүтәндәрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.


Үлгәс, уларҙы Шәхәм ҡалаһына алып килгәндәр һәм ҡасандыр Ибраһим унда йәшәгән Хамор улдарынан көмөш түләп һатып алған ҡәбергә һалғандар.


Бер-берегеҙгә булған мөхәббәттән башҡа бер кемгә лә бер нәмә менән дә бурыслы булмағыҙ, сөнки яҡынын яратҡан кеше ҡанун талаптарын үтәгән була.


Ниһайәт, имандаштарым, уйҙарығыҙҙы хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, яратыуға, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә йүнәлтегеҙ.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan