1 Сара йөҙ ҙә егерме ете йыл йәшәне.
Ибраһим йөҙтүбән ергә ҡапланды ла көлдө. Эстән генә: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» – тип уйланы.
Бынан башҡа Нахорҙың Реума исемле йәриәһе уға Тевахты, Гахамды, Тахашты һәм Мағаханы тапты.
Ул Ҡәнғән ерендә Ҡыръяҫ-Арбағта, йәғни Хевронда, вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап-һыҡтап иланы.
Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты.