Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 22:23 - Изге Яҙма

23 Беҫуилдың Рабиға исемле ҡыҙы тыуҙы. Ибраһимдың ҡустыһы Нахорға ҡатыны Милка ошо һигеҙ улды табып бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

23 Беҫуилдың Рабиға исемле ҡыҙы тыуҙы. Ибраһимдың ҡустыһы Нахорға ҡатыны Милка ошо һигеҙ улды табып бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

23 Беҫуилдың Рабиға исемле ҡыҙы тыуҙы. Ибраһимдың ҡустыһы Нахорға ҡатыны Милка ошо һигеҙ улды табып бирҙе.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 22:23
13 Iomraidhean Croise  

Ибрам менән Нахор өйләнде: Ибрамдың ҡатынының исеме Сарая, ә Нахорҙың ҡатыны Милка исемле ине. Милка менән Иска Һарандың ҡыҙҙары ине.


Кесед, Хазо, Пилдаш, Йедлаф, Беҫуил».


Бынан башҡа Нахорҙың Реума исемле йәриәһе уға Тевахты, Гахамды, Тахашты һәм Мағаханы тапты.


Мосафир шулай тип доға ҡылып та бөтмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканан тыуған улы Беҫуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте.


– Мин Милка менән Нахорҙың улы Беҫуилдың ҡыҙы булам, – тип яуап бирҙе ҡыҙ. –


Мин: «Кем ҡыҙы һин?» – тип һораным. Ул: «Нахор менән Милканың улы Беҫуилдың ҡыҙымын», – тине. Шунан мин уға танау алҡаһы, ҡулына беләҙектәр бирҙем.


Бына Рабиға ҡаршыңда, уны үҙең менән алып кит. Раббының ихтыяры менән хужаңдың улына ҡатын булһын, әйҙә.


Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр: – Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ, Мең булһын, ун мең булһын! Һинең балаларың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолаһын!


Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып инде, уға өйләнде. Исхаҡ Рабиғаны бик яратты, мәрхүмә әсәһенең үлеменән һуң унда йыуаныс тапты.


Арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Беҫуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.


Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Беҫуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән.


Исхаҡ улы менән хушлашты, Яҡуп Паддан-Арамға арами Беҫуилдың улы Лаванға китте. Лаван Яҡуп менән Ғаяздың әсәһе Рабиғаның ағаһы ине.


Ул ғына ла түгел, Рабиға ла атабыҙ Исхаҡтан игеҙәк ир балаларға ауырлы булған.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan