Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 20:6 - Изге Яҙма

6 – Эйе, – тип яуапланы уға Алла төшөндә. – Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем – уға ҡағылыуҙан тыйҙым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

6 – Эйе, – тип яуапланы уға Алла төшөндә. – Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем – уға ҡағылыуҙан тыйҙым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

6 – Эйе, – тип яуапланы уға Алла төшөндә. – Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем – уға ҡағылыуҙан тыйҙым.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 20:6
22 Iomraidhean Croise  

Ә быға тиклем Раббы, Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында, Авимәләхтең йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны.


Авимәләх бөтә халҡына шундай иғлан һалды: – Берәйһе был кешегә йәки уның ҡатынына тейә икән, ул кеше үлемгә хөкөм ителәсәк.


Алла, бары баҡса уртаһындағы ағастың ғына емешен ашамағыҙ, хатта теймәгеҙ ҙә, юғиһә үлерһегеҙ, тине.


Шул төндә Алла арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине: – Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!


ә ул мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата яуызлыҡ эшләргә юл ҡуйманы.


Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә маташманы.


Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?


Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.


Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.


Әгәр ҙә йылына өс тапҡыр Аллағыҙ Раббы хозурына килеп баҫыр булһағыҙ, Мин халыҡтарҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡасырға мәжбүр итермен, биләмәләрегеҙҙе киңәйтермен, бер кем дә ерегеҙҙе тартып ала алмаҫ.


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


Күршеһенең ҡатыны менән йөрөгән кешенең дә хәле шулай; кем ундай ҡатынға ҡағыла, язаһыҙ ҡалмай.


– Әгәр берәү гонаһ ҡылып Раббыға хилафлыҡ эшләһә: яҡынының һаҡларға биреп торған йәки аманат итеп биргән нәмәһен кире ҡайтармаһа, берәй әйберен урлаһа, йәки алдаһа,


Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Миңә яҙғандарығыҙға киләйек. Һеҙ: «Ир кешегә ҡатын-ҡыҙ менән енси мөнәсәбәткә инмәү яҡшы», – тиһегеҙ.


Шуға күрә, «Улар араһынан сығығыҙ, уларҙан айырылығыҙ, – ти Раббы. – Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ, шунда Мин һеҙҙе ҡабул итермен.


Шуға ла Алла уларға ныҡ яңылышыуҙар ебәрер һәм улар ялғанға ышаныр,


Ҡанунһыҙлыҡтың йәшерен көсө хәрәкәттә инде, ләкин уны тотҡарлаусы юлдан алынмайынса, был көс бойомға ашмаясаҡ.


Ә әле, эй хакимым, тере Раббы ла, һин дә шаһит: ҡан ҡойоуҙан, үҙ ҡулың менән үс алыуҙан тыйып ҡалған Раббы дошмандарыңды һәм һин хакимыма ҡарата күңелдәрендә асыу-мәкер һаҡлаусыларҙың барыһын да Навал һымаҡ итһен!


Мине һиңә ҡарата яуызлыҡ эшләүҙән тыйған Исраил Аллаһы тере Раббы шаһит! Әгәр ашығып ҡаршыма сыҡмаһаң, таң һарыһына тиклем Навалдың ир енесенән булған бер генә кешеһен дә ҡалдырмаҫ инем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan