Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 13:13 - Изге Яҙма

13 Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

13 Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 13:13
27 Iomraidhean Croise  

Раббы алдында ҡеүәтле аусы ине ул. «Раббы хозурында Нимруд кеүек оҫта һунарсы» тигән әйтем шунан ҡалған.


Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына бында ҡайтыр, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.


Шунан Ибраһимға: – Содом менән Ғаморала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, уларҙың гонаһтары бик ауыр, – тине. –


беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡындағы аһ-зар Раббыға ишетелде, шуға күрә Раббы беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе.


Ғер гел генә золом ҡылғанға, Раббы уны хушһынманы, уға әжәл ебәрҙе.


Был йортта мин уның һымаҡ уҡ хужамын. Бында, һинән башҡа, минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ. Сөнки һин уның ҡатыныһың. Нисек инде мин шундай ҙур золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайым?


Алла күрҙе: ер йөҙө боҙолған, яуызлыҡ менән тулған.


Улын утҡа һалып ҡорбан итте, күрәҙәлек һәм сихыр менән шөғөлләнде, әруахтарҙың рухын саҡырыусылар, тылсымсылар менән аралашты, Раббы хуш күрмәгән бик күп эштәр ҡылып Уны асыуландырҙы.


Әгәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Ҡайһыларыбыҙҙы иҫән ҡалдырмаған булһа, Беҙ Содом һымаҡ булыр, Ғамораға оҡшап ҡалыр инек.


Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысырағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».


Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.


Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ.


Ғайса уның өйөнә ашҡа килгәс, күп кенә һалым йыйыусылар, башҡа гонаһлылар йыйылып, Ғайса һәм Уның шәкерттәре менән бер табында ултырҙылар.


Барығыҙ, «Мин ҡорбан түгел, мәрхәмәт теләйем», – тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңларға тырышығыҙ. Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы саҡырырға килдем, – тине.


Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.


Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай.


Шулай уҡ ирҙәр ҙә, ҡатындар менән тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы ташлап, бер-береһенә ҡарата аҙғын теләк менән янды, бер-береһе менән оятһыҙлыҡ ҡылды һәм, хәҡиҡәттән тайпылғандары өсөн, ҡылғандарына ярашлы язаһын алды.


Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.


Был бигерәк тә, үҙҙәренең бысраҡ аҙғынлығына буйһоноп, Раббы хакимлығын кәмһетеүселәргә ҡағыла. Улар – әҙәпһеҙ һәм үҙһүҙле кешеләр. Улар күктәге көстәргә яла яғыуҙан да ҡурҡмай.


Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


Раббы һиңә әмер бирҙе. «Бар, залим ғәмәлектәрҙе харам ҡыл. Бөтәһен дә ҡырып бөтөргәнгә тиклем улар менән һуғыш», – тип һине яуға оҙатты.


Был йәштәрҙең Раббы алдында гонаһы бик ҙур ине, сөнки улар Раббыға килтергән ҡорбандарға хөрмәт менән ҡараманылар.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan