Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Башланмыш 11:4 - Изге Яҙма

4 Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Башкирский ВЗ (неполный)

4 Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Башланмыш 11:4
17 Iomraidhean Croise  

Алла улдары кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа, һәм унан һуңыраҡ та, ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.


Дауыт Тоҙло үҙәндә эдомдарҙың ун һигеҙ меңлек ғәскәрен еңеп ҡайтҡанда үҙ исемен данға күмде.


Иманлының иҫтәлеге мөбәрәк булыр, яуыздың исеме тиҙ онотолор.


Бабил хатта күккә олғашһа ла, Бейек ҡәлғәләрен нығытһа ла, Минән уға ҡыйратыусылар киләсәк», – тип белдерә Раббы.


яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: „Был ағасты ҡырҡығыҙ, Ботаҡтарын ботарлап ташлағыҙ, Япраҡтарын өҙгөләгеҙ, Емештәрен өҙөп ырғытығыҙ. Йәнлектәр уның аҫтынан ҡасһын, Ҡоштар ботағынан осоп китһен.


Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише, үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


– Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Ул Үҙенең ҡулы менән бөйөк эштәр башҡарҙы, тәкәббер уйлыларҙы ҡыуып таратты.


Һеҙ бер-берегеҙҙән маҡтау алырға яратаһығыҙ, ә берҙән-бер Алланан маҡтау ҡаҙанырға тырышмайһығыҙ. Шулай булғас, нисек ышана алырһығыҙ?


Инде беҙ ҡайҙа барайыҡ? Туғандарыбыҙ, ундағы халыҡтың беҙҙән көслөрәк һәм оҙон буйлыраҡ булыуын, ҡалаларының ҙур, күккә олғашҡан нығытмалар менән уратылғанын, унда Ғанаҡ тоҡомдарын да күреүҙәрен һөйләп, йөрәгебеҙҙең кәрен алды», – тинегеҙ.


Раббы һеҙҙе башҡа халыҡтар араһына таратыр, унда һеҙҙең бик аҙығыҙ ғына иҫән ҡалыр.


Тыңла, Исраил! Бөгөн һеҙҙән күберәк һәм көслөрәк ҡәүемдәрҙең ерҙәрен биләү өсөн Иордан аша сығырһың. Уларҙың ҙур, күккә олғашып торған нығытмалар менән уратылған ҡалаларын алыр өсөн


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan