23 Кис булды, таң атты – бишенсе көн булды.
Алла уларға фатихаһын биреп, былай тине: «Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; ә ер йөҙөндә ҡош-ҡорт күбәйгәндән-күбәйһен».
Алла: «Ер үҙендә һәр төрлө йән эйәләрен – мал-тыуар, һөйрәлеүселәр һәм кейек-януарҙар барлыҡҡа килтерһен», – тине. Шулай булды.
Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды.
Алла яҡтылыҡты – «көн», ә ҡараңғылыҡты «төн» тип атаны. Кис булды, таң атты – беренсе көн булды.
Алла көмбәҙгә «күк» тип исем бирҙе. Кис булды, таң атты – икенсе көн булды.
– Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн төндә таң әтәсе ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине уға Ғайса.