Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 9:3 - Изге Яҙма

3 Төтөндән ергә саранчалар сыҡты, һәм уларға ерҙәге саяндарҙыҡы һымаҡ сағыу һәләте бирелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Төтөндән ергә саранчалар сыҡты, һәм уларға ерҙәге саяндарҙың сағыу вәкәләте бирелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Төтөндән ергә саранчалар сыҡты, һәм уларға ерҙәге саяндарҙыҡы һымаҡ сағыу һәләте бирелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 9:3
16 Iomraidhean Croise  

Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, Мин уны тағы ла арттырырмын, Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, Мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын», – тип әйтергә кәңәш бирҙе.


Әгәр атайым һалған йөк ауыр булһа, Мин уны тағы ла арттырырмын, Атайым һеҙҙе сыбыртҡы менән ярған булһа, Мин ҡамсы менән ҡайыҙлармын», – тип әйтергә кәңәш бирә.


Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа, Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр. Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар.


Һин иһә, эй әҙәм улы, уларҙың үҙҙәренән дә, һүҙҙәренән дә ҡурҡма! Улар һинең өсөн сәнскәк булһалар ҙа, үҙеңде саяндар араһында йәшәгән кеүек тойһаң да, уларҙың әйткәндәренән ҡурҡма, йөҙҙәрен күреп ҡаушама, сөнки улар – фетнәсел нәҫел.


Күс-күс булып оса саранча! Беренсе күс ашап бөтмәгәнде, Икенсеһе, өсөнсөһө йыпыра; Ә уларҙан нимә тороп ҡала, Шуны дүртенсе күс ҡырып һала.


«Ябырылған саранчалар сиреүенең, Күс-күс саранчалар рәүешендә Һеҙгә ебәрелгән бөйөк ғәскәремдең Ҡырып ашап бөткәнен артығы менән бирәм.


Барыбер утта һәләк булырһың, Ҡылыс киҫкеләп тураҡлар, Саранча ҡоротҡан уңыштай юҡҡа сығырһың. Саранча шикелле, үрсе, әйҙә, Саранчаның тубы һымаҡ күбәй.


Түрәләрең – саранча кеүек, Хәрби етәкселәрең – саранча тубы, Һалҡында диуарға уҡмаша ла Ҡояш сығыу менән осоп китә.


Эйе, Мин һеҙгә йыландарҙың, саяндарҙың өҫтөнә баҫыу һәм дошмандарҙың көсөн еңеп сығыу өсөн хакимлыҡ бирҙем. Һеҙгә бер нәмә лә зыян килтерә алмаҫ.


Ул һине бөйөк һәм дәһшәтле сүллектән, ағыулы йыландар, саяндар тулы булған, ҡорғаҡһыған ҡоро ерҙәрҙән алып сыҡты. Ул һиңә саҡматаш ҡаянан шишмә сығарҙы.


Уларға кешеләрҙе үлтермәҫкә, ә биш ай буйы бары тик ғазапларға рөхсәт бирелде, һәм был ғазап саян саҡҡандағы кеүек була.


Саранчалар иһә ҡиәфәте буйынса яуға әҙерләнгән атҡа оҡшаған. Уларҙың баштарында алтын тажға оҡшаған нәмә бар, ә йөҙҙәре – кешенекеләй,


Мидйәндәр, ғәмәлектәр һәм көнсығыш халҡы үҙәндә саранча һымаҡ күмәк ине. Дөйәләре лә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле иҫәпһеҙ-һанһыҙ.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan