Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 9:18 - Изге Яҙма

18 Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

18 Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс бәлә-ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

18 Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 9:18
9 Iomraidhean Croise  

Өсөнсө фәрештә борғо ҡысҡыртты – йылғаларҙың өстән бер өлөшөнә һәм һыу сығанаҡтарына күктән, янып торған яҡтыртҡыстай, ҙур йондоҙ төштө.


Ул йондоҙҙоң исеме – Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде. Һыу әсе булғанлыҡтан, күптәр үлде.


Дүртенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ҡояштың өстән бер өлөшө, айҙың өстән бер өлөшө, йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшө зарарланды, шунлыҡтан улар өстән бер өлөшкә ҡараңғыланды, көндөң өстән бер өлөшө лә төндөң өстән бер өлөшө кеүек үк яҡтылыҡһыҙ ҡалды.


Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең – өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.


Икенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – ялҡынланып торған ҙур тауға оҡшаған нәмә диңгеҙгә ырғытылды. Диңгеҙҙең өстән бер өлөшө ҡанға әүерелде һәм


диңгеҙҙә йәшәүсе йән эйәләренең өстән бер өлөшө һәләк булды, шулай уҡ караптарҙың да өстән бер өлөшө ҡырылды.


Шунан һуң кешеләрҙең өстән бер өлөшөн үлтерер өсөн ошо сәғәткә һәм көнгә, айына һәм йылына тиклем әҙерләп ҡуйылған дүрт фәрештә азат ителде.


Мин аттарҙы һәм һыбайлыларҙы ошолай күрҙем: өҫтәренә уттай ҡыҙыл, ҡуйы зәңгәр һәм көкөрт кеүек һарғылт төҫтәге күкрәксәләр кейгәйнеләр. Аттарҙың башы арыҫлан башына оҡшағайны, ауыҙҙарынан ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора ине.


Аттарҙың көсө уларҙың ауыҙҙарында һәм ҡойроҡтарында ине, ҡойроҡтары йыландарға оҡшаш һәм баштары ла бар ине, улар ошо баштары менән кешеләргә зыян килтерҙе.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan