Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 8:3 - Изге Яҙма

3 Тағы бер фәрештә, ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы ҡаршыһына килеп баҫты. Унда Алланың бөтә изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

3 Тағы бер фәрештә ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы төтәҫләү урынына килеп баҫты. Унда, Алланың бөтөн изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

3 Тағы бер фәрештә, ҡулына хуш еҫле сайыр һалынған алтындан яһалған төтәҫләү һауыты тотоп, тәхет алдындағы хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы ҡаршыһына килеп баҫты. Унда Алланың бөтә изгеләренең доғалары менән бергә хуш еҫле сайырҙы һалды.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 8:3
32 Iomraidhean Croise  

саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине.


Хозурында аһ-зарымды түгәм, Ҡайғыларымды бушатам.


Алтын ҡорбан усағын Осрашыу сатырында, пәрҙәнең алдында урынлаштырҙы;


Серафтарҙың береһе минең яныма осоп килде. Ҡулында ҡорбан усағынан ҡыҫҡыс менән алған ҡуҙ ине.


Бейеклеге өс терһәк, оҙонлоғо ике терһәк булған ҡорбан усағы – уның мөгөҙҙәре, нигеҙе, ян яҡтары – ағастан эшләнгән. Теге кеше миңә: – Был – Раббы хозурындағы өҫтәл, – тине.


Ҡорбан усағы янында торған бөйөк Хакимды күрҙем, Ул былай тине: «Таяу бағаналарының башына ҡаты итеп һуҡ, Тупһаларына тиклем тетрәһен; Әйҙә, улар ишелеп, кешеләрҙең башына төшһөн! Иҫән ҡалғандарын ҡылыс менән һуям: Ҡасып ҡотолғандар булмаясаҡ.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Алтын ҡорбан усағына ла зәңгәр йәймә, өҫтөнән йоҡа итеп эшкәртелгән күн япма ябырҙар, ҡолғаларын урындарына ҡуйырҙар.


хуш еҫле сайыр тултырылған ун шекел ауырлығындағы бер алтын һауыт;


Ул хуш еҫле сайыр яндырған саҡта, халыҡ Алла йортоноң тыш яғында тороп доға ҡылды.


Уларҙы кем хөкөм итә алыр? Ғайса Мәсих улар хаҡына үлде, ул ғына ла түгел, үленән терелтелде. Ул Алланың уң яғына ултырҙы һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.


Шуға күрә, Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй.


Унда хуш еҫ төтәҫләгес алтын ҡорбан усағы һәм алтын менән көпләнгән Килешеү һандығы, майҙә һалынған алтын һауыт, Һарундың бөрөләнгән таяғы һәм килешеү бойороҡтары яҙылған таҡтаташтар урынлаштырылғайны.


Шунан һуң мин күктән төшкән икенсе ҡөҙрәтле фәрештәне күрҙем. Ул болотҡа төрөнгәйне. Уның баш өҫтөндә йәйғор балҡый, йөҙө ҡояш кеүек, аяҡтары утлы бағана һымаҡ ине.


Ут өҫтөнән хакимлығы булған тағы бер фәрештә ҡорбан усағынан сыҡты. Ул үткер урағы булған фәрештәгә көслө тауыш менән: – Үҙеңдең үткер урағыңды ал да ер өҫтөндәге йөҙөм тәлгәштәрен йый, сөнки уның емештәре өлгөрҙө, – тип ҡысҡырҙы.


Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине.


Бәрәс бишенсе мисәтте ҡуптарып алғас, ҡорбан усағы аҫтында Алла һүҙе һәм дә биргән шаһитлыҡтары өсөн үлтерелгәндәрҙең йәндәрен күрҙем.


Мин тағы көнсығыштан күтәрелгән һәм ҡулында тере Алла мисәте тотҡан икенсе фәрештәне лә күрҙем. Ул ергә һәм диңгеҙгә зыян килтерергә вәкәләт бирелгән дүрт фәрештәгә көслө тауыш менән былай тине:


Аллаға изгеләрҙең доғалары менән бергә фәрештә һалған сайыр төтөнө күтәрелде.


Фәрештә төтәҫләгесте алды ла, уға ҡорбан усағынан ут тултырып, ергә ташланы. Шул ваҡыт күк күкрәне, гөрһөлдәгән тауыштар ишетелде, йәшен йәшнәне, ер тетрәне.


Алтынсы фәрештә борғо ҡысҡыртты – Алла алдында торған, алтындан яһалған ҡорбан усағының дүрт мөгөҙөнән сыҡҡан бер тауыш ишеттем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan