Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -

Асылыш 8:13 - Изге Яҙма

13 Шунан мин күк йөҙөндә осоп барған бөркөттө күрҙем. Ул көслө тауыш менән: – Ҡалған өс фәрештә тиҙҙән ҡысҡыртасаҡ борғо тауышынан ерҙә йәшәүселәргә ҡайғы, ҡайғы, ҡайғы! – тип ҡысҡырҙы.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

Изге Яҙма

Асылыш 8:13
12 Iomraidhean Croise  

Төн булһын тип эңер төшөрәһең, Ҡырағай йәнлектәр ҡыҙырырға сыға.

Ул алдымда төргәкте тағатты, уның ике яғы ла яҙыулы ине. Унда илау, һыҡтау һәм иңрәү һүҙҙәре яҙылғайны.

Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?

Икенсе ҡайғы үтте, тиҙҙән өсөнсөһө килер.

Эй күктәр һәм унда йәшәгәндәр, ҡыуанығыҙ! Әммә ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡытының аҙ ҡалыуын белеп, ҡаты асыу менән ярһып һеҙгә төштө.

Тәхет, дүрт йән эйәһе һәм аҡһаҡалдар алдында яңы йыр йырланды. Ул йырҙы ерҙән ҡотҡарып алынған йөҙ ҡырҡ дүрт мең кешенән башҡа бер кем дә өйрәнә алманы.

Шунан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм ҡәбиләгә, һәр телдә һөйләшеүселәргә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине.

Шунан һуң мин ҡояшта торған бер фәрештәне күрҙем. Ул, күк йөҙө буйлап осоусы бөтә ҡоштарға мөрәжәғәт итеп, көслө тауыш менән ҡысҡырҙы: – Осоп килегеҙ, Алланың бөйөк мәжлесенә йыйылығыҙ!

Сыҙамлыҡ кәрәклеге тураһында Минең әйткән һүҙҙәремде һаҡлап тотҡанға күрә, ерҙә йәшәүселәрҙе һынар өсөн бөтә йыһанға киләсәк һынауҙан Мин дә һине һаҡлап ҡалырмын.

Мин Алла алдында баҫып торған ете фәрештәне күрҙем: уларға ете борғо бирелде.

Бишенсе фәрештә борғо ҡысҡыртты – һәм мин күктән ергә атылған йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡын ҡоҙоғона асҡыс бирелде.

Беренсе ҡайғы үтте. Бына уның артынан тағы ике ҡайғы килә.

Lean sinn:

Sanasan

Sanasan