Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 8:11 - Изге Яҙма

11 Ул йондоҙҙоң исеме – Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде. Һыу әсе булғанлыҡтан, күптәр үлде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

11 Ул йондоҙҙоң исеме – Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде. Һыу әсе булғанлыҡтан, күптәр үлде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

11 Ул йондоҙҙоң исеме – Әрем. Һыуҙың өстән бер өлөшө әрем кеүек әсегә әйләнде. Һыу әсе булғанлыҡтан, күптәр үлде.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 8:11
17 Iomraidhean Croise  

Мараға килеп еткәс тә эсә алманылар – һыу ауыҙға алғыһыҙ әсе ине. Шуның өсөн дә был ер Мара, йәғни әсе тип атала.


ләкин аҙағында – әрем әселеге, ике яҡлы үткер ҡылыстай – хәүефе.


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы пәйғәмбәрҙәр тураһында былай ти: «Уларға әрем ашатам, ағыулы һыу эсерәм; Сөнки Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренән Илдә аллаһыҙлыҡ таралды».


Шуның өсөн күреп тороғоҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы, – Мин был халыҡҡа әрем ашатасаҡмын, ағыулы һыу эсерәсәкмен.


Кисергән ғазаптарымды, Ҡаңғырып йөрөүҙәремде иҫеңә алһаңсы, Улар әрем һымаҡ әсе, үттән ҡырҡыу.


Һәр яғымдан ғазап менән ҡоймаланы, Әрнеү менән солғап алды.


Эй һеҙ, ғәҙел хөкөмдө әремгә әйләндереүселәр, Хаҡлыҡты ергә түңкәрә бәреүселәр – ҡайғы һеҙгә!


Аттар ҡаяла сабамы? Үгеҙҙәр диңгеҙ һөрәме? Ә һеҙ ғәҙел хөкөмдө – ағыуға, Хаҡлыҡ емешен әсе әремгә әйләндерҙегеҙ.


Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».


Бөгөн арағыҙҙа был ҡәүемдәрҙең илаһтарына табыныр өсөн Аллабыҙ Раббынан ситләшкән ир ҙә, ҡатын да, нәҫел дә, ырыу ҙа булмаһын, арағыҙҙа ағыу һәм әрем үҫтереүсе тамыр булмаһын.


Берегеҙ ҙә Алла мәрхәмәтенән мәхрүм ҡалмаһын өсөн тырышлығығыҙҙы һалығыҙ. Берәй әсе тамырлы үлән үҫеп сығып, зыян килтереүенән һәм күптәрҙе зарарлауынан һаҡ булығыҙ.


Ҡойроғо менән күктәге йондоҙҙарҙың өстән бер өлөшөн ергә һепереп алып ташланы. Шунан һуң, сабый тыуғас та уны ашар өсөн, балаһын бына-бына табасаҡ ҡатын янына килеп баҫты.


Беренсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты – ҡан ҡатыш боҙ һәм ут хасил булды һәм улар ергә ырғытылды. Ерҙең – өстән бер, ағастарҙың өстән бер өлөшө һәм барлыҡ йәшел үлән янып бөттө.


Шунан һуң кешеләрҙең өстән бер өлөшөн үлтерер өсөн ошо сәғәткә һәм көнгә, айына һәм йылына тиклем әҙерләп ҡуйылған дүрт фәрештә азат ителде.


Кешеләрҙең өстән бер өлөшө уларҙың ауыҙынан сыҡҡан ошо өс ҡазанан: уттан, төтөндән һәм көкөрттән үлтерелде.


Ноғоми уларға: – Бүтәнсә мине Ноғоми тип йөрөтмәгеҙ, миңә Мара тип әйтегеҙ, сөнки сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе тормошомдо әсе итте!


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan