Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 7:13 - Изге Яҙма

13 Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән: – Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

13 Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән: – Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

13 Ошо мәлдә аҡһаҡалдарҙың береһе минән: – Аҡ кейемле был кешеләр кемдәр һәм ҡайҙан килгәндәр? – тип һораны.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 7:13
11 Iomraidhean Croise  

Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.


Мин, шунда баҫып торған берәү эргәһенә килеп, унан был хәлдәрҙең нимә аңлатҡанын һораным. Ул, мин күргәндәрҙең асылын төшөндөрөп, былай тине:


Ғайса, Алла йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – Ул ысын. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.


Петрус, быны күргәс, халыҡҡа: – Исраилдар! Ниңә аптырап ҡалдығыҙ? – тине. – Әллә уны үҙ ҡөҙрәтебеҙ йәки диндарлығыбыҙ менән һауыҡтырған тип уйлап беҙгә текәлдегеҙме?


Әйткәндәй, һинең Сардиста кейемдәрен бысратмаған бер нисә кешең бар, улар Минең менән аҡ кейем кейеп йөрөйәсәк, сөнки быға лайыҡтар.


егерме дүрт аҡһаҡал, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә табына һәм, таждарын тәхет алдына һалып ҡуйып, былай тиҙәр:


Тәхетте уратып егерме дүрт тәхет тора, ул тәхеттәрҙә аҡ кейемле, баштарына алтын таж кейгән егерме дүрт аҡһаҡал ултыра.


Мин йән эйәләре һәм аҡһаҡалдар тәхете тирәһендә бик күп фәрештәләр күрҙем. Улар меңдәрсә меңәр, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп ине.


Шунда аҡһаҡалдарҙың береһе миңә былай тине: – Илама. Бына, Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан, Дауыт тамырынан үҫеп сыҡҡан Һабаҡ еңеп сыҡты, төргәк китаптың ете мисәтен ҡуптарып, уны аса алыр.


Шунан һуң ҡараным да бихисап күп халыҡты күрҙем. Уларҙы һис кем һанап сыға алмаҫ ине. Һәр милләттән һәм ҡәбиләнән, һәр халыҡтан һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән сыҡҡан был кешеләр аҡ кейем кейеп, ҡулдарына хөрмә ботаҡтары тотоп, тәхет һәм Бәрәс алдында баҫып торалар ине.


Ҡатын ире янына килде лә уға барыһын да һөйләп бирҙе: – Минең яныма Алла бәндәһе килде. Ҡиәфәте менән ул Алланың фәрештәһенә оҡшаған, бик дәһшәтле ине. Мин уның ҡайҙан икәнен һораманым, ул үҙе лә кемлеген әйтмәне.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan