Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 6:4 - Изге Яҙма

4 Хәҙер инде бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, кешеләр бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

4 Хәҙер инде икенсе бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

4 Хәҙер инде бер ерән ат килеп сыҡты. Уның һыбайлыһына, кешеләр бер-береһен үлтерһендәр өсөн, ерҙәге тыныслыҡты алырға вәкәләт бирелде. Уға ҙур ҡылыс тотторолдо.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 6:4
17 Iomraidhean Croise  

Уның хозурындағы балҡыштан, Болоттарҙы үтә тишеп, Боҙборсаҡ һәм утлы ҡуҙҙар яуҙы.


Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө.


– Төндә күрҙем: үҙән буйындағы мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине.


Яу арбаларының беренсеһенә – ерән, икенсеһенә – ҡара,


Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ түгел, ә ҡылыс килтерергә тип килдем.


Һеҙ яҡындағы һуғыш тауыштарын һәм алыҫтағы яу хәбәрҙәрен ишетерһегеҙ. Ҡарағыҙ уны, ҡурҡмағыҙ! Шулай булырға тейеш, ләкин был ахыры түгел әле.


Ғайса уға яуап итеп: – Һиңә юғарынан бирелмәһә, Минең өҫтән бер ниндәй хакимлығың булмаҫ ине. Шунлыҡтан Мине һиңә тапшырған кешенең гонаһы һинекенән ҙурыраҡ, – тине.


Күктә тағы бер илаһи билдә күренде: был ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа ине, башының һәр береһендә – бәләкәй генә таж.


Кемгә әсир төшөргә яҙған, ул әсир төшөр. Кемгә үлемен ҡылыстан табырға яҙған, ул ҡылыстан үлер. Бында изгеләрҙән сыҙамлыҡ һәм иман талап ителә.


Мине Рух солғап алды, һәм фәрештә мине сүллеккә күсерҙе. Унда мин ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды күрҙем. Януар ете башлы һәм ун мөгөҙлө ине һәм Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланғайны.


Мин ҡатындың изгеләр ҡанынан һәм Ғайсаның шаһиттары ҡанынан иҫергәнлеген күрҙем. Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan