Biblia Todo Logo
Bìoball air-loidhne

- Sanasan -




Асылыш 5:9 - Изге Яҙма

9 Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Инжил

9 Улар яңы йыр йырланы: – Һин яҙыу төргәген алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән һәм телдән, халыҡтан һәм милләттән кешеләрҙе Алла өсөн һатып алдың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac

Изге Яҙма

9 Улар яңы йыр йырланы: – Һин төргәк китапты алырға, уның мисәттәрен ҡуптарырға лайыҡлыһың. Сөнки Һин ҡорбан итеп салындың, Үҙеңдең ҡаның менән һәр ҡәбиләнән, халыҡтан, милләттән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән кешеләрҙе Алла өсөн йолоп алдың.

Faic an caibideil Dèan lethbhreac




Асылыш 5:9
41 Iomraidhean Croise  

Раббы барыһына ла игелекле, Үҙе бар ҡылғандарға рәхимле.


Раббыны данлағыҙ! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ, Тоғролары йыйынында Уны данлағыҙ!


Бар күңелдән Раббы менән маҡтанамын, Иҙелгәндәр мине ишетеп шатланыр.


Раббы уны яҡлар, тормошон һаҡлар, Ул ерҙә бәхетле ғүмер итер, Раббы дошмандарының ҡулына бирмәҫ.


Раббы – батша! Ҡыуанһын ер йөҙө; Шатланһын диңгеҙ буйҙарындағы илдәр!


Раббы – батша! Ҡалтырап торһон халыҡтар! Ул – кирубтар өҫтөндәге тәхетендә, Әйҙә тетрәнһен ер йөҙө!


Эй диңгеҙҙә йөрөгәндәр һәм ундағы барса нәмә, Алыҫ ярҙар һәм уларҙың халҡы! Раббыға яңы йыр йырлағыҙ; Донъяның иң алыҫ ерҙәренән Уға маҡтау яуҙырығыҙ!


оран һалыусы көслө тауыш менән: – Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –


– Мин, Навуходоносор, үҙ йортомда тыныс ҡына йәшәп ята, үҙ һарайымда хозур көн итә инем.


Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө.


Аҙаҡтан Дарий батша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтарға, ҡәүемдәргә һәм ҡәбиләләргә былай тип яҙҙы: «Именлек һәм муллыҡ һеҙгә!


Әҙәм Улы ла бит Үҙенә хеҙмәт иттерер өсөн килмәне. Үҙе хеҙмәт итергә һәм, Үҙенең йәнен фиҙа ҡылып, күптәрҙе азат итергә килде, – тине.


– Был – гонаһтарҙың ғәфү ителеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.


Шулай итеп, үҙегеҙ хаҡында һәм Изге Рух һеҙҙе көтөүсе итеп ҡуйған көтөү тураһында ҡайғыртығыҙ. Үҙ Улының ҡаны аша Алла Үҙенеке иткән берҙәмлеккә көтөүселәр булығыҙ.


Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ. Шуның өсөн үҙегеҙҙең тәнегеҙ менән Уны данлағыҙ.


Һеҙҙең өсөн ҡиммәт хаҡ түләнде. Шуның өсөн кешеләрҙең ҡоло булмағыҙ.


Беҙ Мәсихтә Уның ҡаны аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә. Бының менән Алла сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте.


Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ,


Беҙ Уның Улы аша йолоп алынабыҙ, гонаһтарыбыҙ ғәфү ителә.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Былай тип әйтеүселәр үҙҙәренең ысын йәнтөйәген эҙләүҙәрен күрһәтәләр.


Исраил халҡы араһында ялған пәйғәмбәрҙәр ҙә булған һымаҡ, һеҙҙең арағыҙҙа ла ялған өйрәтеүселәр булыр. Улар зарарлы тәғлимәттәрҙе таратыр, хатта, үҙҙәрен иреккә йолоп алған Хакимды инҡар итеп, үҙ баштарына тиҙ үк һәләкәт килтерер.


Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.


Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙға, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтә донъя гонаһтарына Үҙе аша ярлыҡау килтергән ҡорбан булды.


Унан һуң миңә: – Һин тағы күп халыҡтар, милләттәр, телдәр һәм батшалар тураһында пәйғәмбәрлек итергә тейешһең, – тинеләр.


Был мәйеттәргә өс көн ярым буйы төрлө халыҡтарҙан, ҡәбиләләрҙән, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәрҙән һәм милләттәрҙән булған кешеләр ҡараясаҡ. Ул мәйеттәрҙе ҡәбергә һалырға рөхсәт итмәҫтәр.


Януарға Алланың изге кешеләренә ҡаршы һуғышырға һәм уларҙы еңергә рөхсәт бирелде. Уға һәр ҡәбилә һәм халыҡ, һәр телдә һөйләшеүселәр һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ бирелде.


Салынған Бәрәстең тормош китабына донъя яратылғанға тиклем исемдәре яҙылмаған ерҙә йәшәгәндәрҙең һәммәһе лә ошо януарға баш эйәсәк.


Шунан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм ҡәбиләгә, һәр телдә һөйләшеүселәргә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине.


Улар Алла ҡоло Мусаның һәм Бәрәстең йырын йырлайҙар ине: – Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Алла! Һинең эштәрең бөйөк һәм ғәжәп. Халыҡтар Батшаһы, Һинең юлдарың ғәҙел һәм хаҡ.


Фәрештә миңә тағы былай тип һөйләне: – Һин күргән фәхишә ултырған һыуҙар – халыҡтар һәм төркөмдәр, милләттәр һәм төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәр.


– Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт һәм ҡөҙрәт ҡабул итергә лайыҡлыһың, сөнки бар нәмәне Һин яраттың, барыһы ла Һинең ихтыярың менән бар ителде һәм булды.


Улар яңғырауыҡлы тауыш менән былай тине: – Салынған Бәрәс ҡөҙрәт һәм байлыҡ, тәрән аҡыл һәм ҡеүәт, хөрмәт һәм дан, һәм дә маҡтау алырға лайыҡ.


Шунан һуң мин дүрт йән эйәһе уратып алған тәхет һәм аҡһаҡалдар араһында торған Бәрәсте күрҙем. Ул салынған һымаҡ ине. Уның ете мөгөҙө һәм ете күҙе бар. Былары иһә – Алланың бөтә ергә ебәрелгән ете рухы.


Lean sinn:

Sanasan


Sanasan